Ҡаҙансының ҡапҡалары19.07.2012
Беҙҙең башҡорт халҡында ете изге һан булып һанала. Тыуған ауылым Ҡаҙансыла ете ҡапҡа булған.
Ҡапҡа — ауылдан сығып киткән юл. Беренсеһе, Шиҙәле йылғаһының башына ҡарағаны, Йылғабаш ҡапҡаһы тип аталған. Михайловка ауылына юл асҡаны — Урыҫ ҡапҡаһы. Ә Типтәр ҡапҡаһы Көтмәҫтау ауылына илтә. Был күршеләрен ҡаҙансылар әле лә “типтәр” тип атай.
Дүртенсеһе, Сана сығыш ҡапҡаһы, Көтмәҫ йылғаһы эргәһендә. Текә тауға менеп киткән юл башы Сейәтау ҡапҡаһы, һаҙ янындағыһы Һары һаҙ ҡапҡаһы тип атала. Етенсеһе — Повернай ҡапҡаһы. Унан урман аша Асҡын яғына сығып китәһең.
Төбәгебеҙҙең ете ҡапҡаһы ауылдаштарҙы һаҡлаусы ла, ҙур тормошҡа илтеүсе лә булған. Уларҙың атамаһын халыҡ әле лә онотмай, изге күрә.
Рүзилә НӘСИБУЛЛИНА,
Асҡын районы
Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусыһы.


Вернуться назад