Дуҫым йырсы ла, әкиәтсе лә19.07.2012
Дуҫым Азат яҡшы уҡый. Матур йырлай ҙа.
Азат Иҫәнғолда үткәрелгән “Яҙғы тамсылар” конкурсында “Ҡыҙыл юрға”ны башҡарып, III урынды алды. Күгәрсен районындағы бер бәйгенән Маҡтау грамотаһы менән ҡайтты. Ул ағаһы Заһир Иҫәнсурин кеүек йырсы булырға хыяллана. Шуға ла мәктәптәге һәммә байрамда, сарала сығыш яһай. Әкиәтте лә бик оҫта һөйләй Азат. Ейәнсурала үткәрелгән “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” конкурсында ике йыл рәттән икенсе урынды алды. Минең дә дуҫым һымаҡ йырларға өйрәнгем килә.
Айгиз ШӘЙӘХМӘТОВ,
Ейәнсура районы
Сиреғол мәктәбе уҡыусыһы.


Вернуться назад