Ете яман19.07.2012
Бер тигәс тә ни яман?
Тел белмәһәң, шул яман.
Ике тигәс тә ни яман?
Илһеҙ булһаң, шул яман.
Өс тигәс тә ни яман?
Дошман баҫһа, шул яман.
Дүрт тигәс тә ни яман?
Дәртһеҙ булһаң, шул яман.
Биш тигәс тә ни яман?
Халҡың бөлһә, шул яман.
Алты тигәс тә ни яман?
Атһыҙ булһаң, шул яман.
Ете тигәс тә ни яман?
Етем ҡалһаң, шул яман.
Илүзә МӘХИЙӘНОВА.