Ҡәҙерлем, матурым, нурым...19.07.2012
Иң ҡәҙерле кешем минең,
Яҡтылыҡ сәскән нурым.
Ышаныслы терәгем һин —
Әсәкәйем, матурым.

“Һин — шатлығым,
һөйөнөсөм,
Өмөтөм, киләсәгем.
Күбәләгем, сәскәм”, — тиеп
Һөйә мине әсәйем.

Лиана КӘРИМОВА.


Вернуться назад