Мәндемемә һоҡланам
19.07.2012
Сылтырап аға Мәндем,
Тына, берсә ашҡына.
Талдарҙың йәшел сәсен,
Тулҡын сайҡай һаҡ ҡына.
Яр башында ҡарап торҙом
Мәндемемә һоҡланып.
Тыуған ер гүзәллегенә
Һөйөнөп, хозурланып.
Айҙар СӘЙФУЛЛИН.
Вернуться назад