Ике мәктәпкә исем бирелде16.11.2011
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән ике дөйөм белем биреү мәктәбе республиканың күренекле шәхестәре исемен йөрөтәсәк. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта хәбәр итте.
Был мәктәптәрҙең тәүгеһе — Өфө ҡалаһының Калинин районындағы 140-сы башҡорт гимназияһы. Уға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағирә, драматург, прозаик Зәйнәб Биишеваның исеме бирелде.
Борай районының Кәшкәләү ауылы урта мәктәбе ошо белем усағын тамамлаған мәшһүр уҡытыусы, профессор Мөсәллиә Ғәли ҡыҙы Хәйруллинаның исемен йөрөтәсәк.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад