Ошо көндәрҙә Өфөнән Краснодар крайындағы һыу ташыуҙа зыян күргәндәргә өс мең тоннанан ашыу гуманитар ярҙам ебәрелде. Баш ҡала халҡы Цюрупа, 17 адресы буйынса урынлашҡан пунктҡа 009 июлдән йылы кейемдәр, медикаменттар, аҙыҡ-түлек, төрлө кәрәк-яраҡ алып килә башланы. Республика халҡы иһә зыян күргәндәргә ярҙам итеү маҡсатында Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ҡараған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәренә мөрәжәғәт итте.
Төбәктән Краснодар крайына беренсе гуманитар ярҙам 11 июлдә ебәрелде. Оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре, балалар өсөн кәрәк-яраҡ, дарыуҙар Рәсәй почтаһы хеҙмәте аша оҙатылған. Ҡаза ябырылған төбәктә эсәр һыуға ҡытлыҡ булыуын иҫәпкә алып, был юлы “Янғантау” шифаханаһы менән “Башспирт” йәмғиәте 21 тонна минераль һыу бүлде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов республика халҡының сит ҡайғыны ла үҙенекеләй ҡабул итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был, ысынлап та, шулай. Халыҡ мәрхәмәтле булмаһа, тиҙ арала шундай гуманитар ярҙам йыйылыр инеме? Ил төкөрһә, күл була тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Берҙәм булыуы менән көслө бит халыҡ.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы башҡарма комитетының төбәк бүлексәһе етәксеһе Альберт Мифтахов гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан һәр кешегә ҙур рәхмәт белдерҙе.
– Ҡаза күргәндәргә ярҙам йыйыу өсөн әллә ниндәй ҙур акция ойошторманыҡ. Бары тик мәғлүмәт саралары аша әйберҙәрҙең ҡайҙа һәм ҡасан йыйылыуын ғына хәбәр иткәйнек. Кеше ҡайғыһына битараф булмағандар шунда уҡ саҡырыуға ҡушылды, бер аҙна дауамында беҙҙән кеше өҙөлмәне. Әле Кубангә төҙөлөш материалдары һатып алыу өсөн аҡса йыйыуҙы дауам итәбеҙ. Матди ярҙамды махсус иҫәпкә күсерергә була, – тине ул.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы эргәһендә төҙөлгән эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү советы Краснодар крайына бер контейнер электр сәйнүге ебәрҙе. Тиҙҙән көнкүреш техникаһы менән тағы бер фургон юлға сығасаҡ. Аҙаҡ кер йыуыу машиналары һәм микротулҡынлы мейестәр оҙатыу күҙаллана.
Краснодар крайындағы ғәрәсәт тиҫтәләгән ғүмерҙе өҙҙө. Был фажиғә Башҡортостанды ла урап үтмәне. Унда Өфө районының Булгаков ауылында йәшәгән бер ир һәләк булған. Ғаиләһе менән Кубань ҡалаһына балаһын дауаларға барғандар икән. Альберт Мифтаховтың белдереүенсә, партия ғаиләне шефлыҡҡа алырға әҙер. Сирле баланы дауалауҙа ла кәрәгенсә матди ярҙам күрһәтеләсәк.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.