Бәләнең сәбәбе — йәшен менән... кеше!17.07.2012
Башҡортостандың 19 районында янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Республиканың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте. Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғандан алып төбәктә 429,3 гектар майҙанда 76 янғын теркәлгән.

— Урмандағы янғындың төп сәбәбе — кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, шулай уҡ йәшен, — тине Рәжәп Нәбиуллин. — Июлдең тәүге яртыһында таулы урмандарҙа 25 янғын сыҡҡан. Уларҙың барыһы ла тиҙ һүндерелде.
Һуңғы көндәрҙә Әбйәлил, Асҡын, Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Күгәрсен, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Учалы, Хәйбулла райондарында хәүефле хәл тыуҙы. 14 июлдән ошо райондарҙа, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғона ярашлы, янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлгә индерелде. Ул янғынға ҡаршы сараларҙы һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре талаптарын үтәүгә контролде көсәйтеүҙе, усаҡ, сүп-сар яғыуҙы, ирекле янғын һүндереү ойошмаларының дежурлыҡ итеүен, барлыҡ ауыл-ҡалаларҙа өҫтәмә минераллы һыҙаттар булдырыуҙы, киң мәғлүмәт сараларында янғынға ҡаршы көрәш алып барыуҙы күҙ уңында тота.
Урман хужалығы министрлығында 3630 кеше урман янғындарын һүндереү буйынса уҡыуҙар һәм күнекмәләр үтте, 242 мобиль төркөм, шулай уҡ ирекле янғын һүндереү дружиналары ойошторолдо.
Урманда ҙур янғын сығыу ихтималлығын иҫәпкә алып, 442 урман хужалығы хеҙмәткәренән торған 34 төркөм төҙөлдө. Урман менән сиктәш 432 ауыл-ҡасаба эргәһендә 1240 саҡрым ер һөрөлдө.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад