Күрше менән дуҫ йәшәү хәйерле17.07.2012
Совет власы яңы саҡ урынлашҡан осорҙа, 1919 йылда уҡ, йәш республика менән Азия дәүләте араһында иң беренсе дипломатик бәйләнеш булдырыла. Ике ил халҡы тормошонда тәрән эҙ ҡалдырған Афғанстандағы драматик ваҡиғалар, талибандар сәйәсәте арҡаһында араларҙың һыуынған саҡтары ла булды. 2000 йылдар башында Рәсәй – Афғанстан араһындағы мөнәсәбәттәр яйлана төштө, иҡтисади бәйләнештәр ҙә тергеҙелә.

Башҡортостан Президентының Афғанстан Ислам Республикаһы Милли Ассамблеяһының аҡһаҡалдар Советы ағзалары менән осрашыуы ошо хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең дауамы булып тора.
– Беҙ һеҙҙең илгә, афған халҡына йылы ҡараштабыҙ. Рәсәй менән Афғанстан араһындағы күп яҡлы хеҙмәттәшлек үҙ-ара ихтирам, тиң хоҡуҡлылыҡ мөнәсәбәттәренә ҡоролған, – тине Рөстәм Хәмитов, илселәрҙе сәләмләп. – Был бәйләнеш артабан да әүҙем үҫәсәк тип ышаныслы әйтә алам.
Республика етәксеһе Афғанстан менән мәҙәни, дини уртаҡлыҡ бәйләүен, Башҡортостанда йөҙҙән ашыу афғанлы йәшәүен, хәҙерге көндә “Башҡортостан – Афғанстан” дуҫлыҡ йәмғиәтен ойоштороу буйынса эш алып барылыуын билдәләне. Бөгөн ике республика араһында сауҙа бик үҫешмәгән. Тауар әйләнеше 80 миллион һум тирәһе генә тәшкил итә. Әлегә Афғанстанға башлыса нефть продукттары сығарабыҙ, улар беҙгә – аҙыҡ-түлек. Шуға күрә Рөстәм Хәмитов хеҙмәттәшлекте үҫтерергә, киңәйтергә тәҡдим итте. Афғанстанға сәнәғәт өлкәһендә машиналар эшләү, бәләкәй гидроэлектрстанциялар һәм уларға ҡорамалдар ҡуйыу, ағас эшкәртеү, аҙыҡ-түлек мәсьәләһендә иген, ит һәм һөт аҙыҡтары менән ярҙам итеү мөмкинлеген билдәләне. Шулай уҡ туризм, белгестәр әҙерләү буйынса ла килешеү төҙөргә була.
Афғанстандың аҡһаҡалдар Советы рәйесе Фазыл Мөслимйәр Башҡортостанды, Красноусол шифаханаһын күреүҙәренә ҡәнәғәтлек кисереүҙәрен, ифрат ҡунаҡсыллығыбыҙ өсөн рәхмәт белдерҙе. Сит дәүләт вәкиле, Башҡортостандың мөһим мәҙәни төбәк булыуына иғтибарҙы йүнәлтеп, Мәскәүҙә Афғанстан милли мәҙәни үҙәген асыуҙа ярҙам һораны. Илдәрендә совет осоронда төҙөлгән предприятиеларҙың яҙмышы ла борсой Фазыл Мөслимйәрҙе. Өс тиҫтә йылдан ашыу барған һуғыш ил иҡтисадын бөлдөргән, ауыл хужалығына ҙур зыян килтергән. Шул сәбәпле Рәсәй менән дуҫлыҡты тергеҙергә тырышыуҙары ла инде. Нефть, газ, төҙөлөш материалдары, тимер юлдар кәрәк, аҙыҡ-түлеккә лә мохтажлыҡ кисерәләр. Шулай уҡ афған йәштәрен юғары уҡыу йорттарыбыҙҙа федераль, республика ҡаҙнаһы иҫәбенә уҡытыу мөмкинлеген дә ҡарауҙы һорайҙар. Рөстәм Хәмитов, Афғанстандың бөгөн ауырлыҡ кисереүен аңлайбыҙ, мөмкинлеккә ҡарап ярҙам итергә тырышырбыҙ, тине. Өҫтәмә рәүештә студенттар ҡабул итеү, уларҙы уҡытыуҙы ойоштороу мәсьәләһе федераль министрлыҡ менән килешеп хәл ителәсәк.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ


Вернуться назад