Көйөргәҙе районының Иҫке Отрада ауылы Өфө — Ырымбур юлында урынлашҡан — ауыр йөк машиналары, автобустар, еңел автомобилдәр уның аша үтә. Өйҙәр оҙон һәм киң бер урамға теҙелгән. Урындағы халыҡ үтеп йөрөүселәрҙе үҙенсә хеҙмәтләндереү ысулын уйлап тапҡан: ике яҡтан һәр унынсы йорт тапҡырында юлаусыларға бал, емеш-еләк, йәшелсә тәҡдим итәләр. Был ғаилә ҡаҙнаһына үҙенә күрә табыш килтерә.
Үтеп барышлай мин дә бер йорт алдына туҡтамайынса булдыра алманым. Ҡапҡа алды һәм ҡапҡаһы үҙенсәлекле биҙәлгән, үткенселәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Бал һатып тороусы хужабикә, мине бик ихлас ҡаршы алып, үҙенең тауарын тәҡдим итте, шунан әңгәмәбеҙ үҙенән-үҙе ялғанып китте.
— Мин — уҡытыусы-пенсионер. Бабайым Геннадий Егорович менән умарта тотоуыбыҙға ҡырҡ йыл инде. Йәшерәк саҡта эш араһында үҙебеҙ өсөн генә шөғөлләнә инек, хәҙер, хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡул ҡаушырып ултырғы килмәй. Балаларға һәм ейән-ейәнсәрҙәргә лә ярҙам итергә кәрәк. Бына шулай күмәкләп тырышабыҙ, — тип, Тамара Егоровна янындағы ярҙамсыһы — ейәне Сашаның арҡаһынан һөйөп алды. — Беҙҙең яҡта йүкә үҫмәй, шунлыҡтан сәскә балы ғына тәҡдим итә алабыҙ.
Быйыл Коченовтар ике феләк бал һығып та алған. Уларға әле ейәндәре ярҙам итә. Бал һатыуҙа ғына түгел, баҡса үҫтереүҙә лә, мал-тыуар ҡарашыуҙа ла.
— Балаларым да, ейәндәрем дә егәрле, беҙҙең ҡулға эш тейҙермәйҙәр. Ә өс бала атаһы улыбыҙ Александр бөтә яҡҡа ла оҫта. Ул тик ултырырға яратмай. Беҙҙең ихата алдын йәмләү өсөн дә, ауылдаштарының күңелен асыу өсөн дә покрышкаларҙан бына ошо һындарҙы эшләп ҡуйҙы, — тип, әсә улының ижад емештәрен күрһәтте.
Ысынлап та, оҫтаның фантазияһына көнләшерлек. Айыуы ла, ҡуяны ла, ҡауҙылары ла, аҡҡоштары менән тутыйғоштары, пальмаһы ла бик килештереп эшләнгән.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Көйөргәҙе районы.