Изгелек кире ҡайта17.07.2012
Изгелек кире ҡайтаНарыҫтауға мин 1930 йылдар уртаһынан башлап, оло ҡартинәйемә эйәреп, тәпәйләп йөрөнөм. Унда изге урын тип алыҫ ерҙәрҙән дөйәләрҙә киләләр ине.

Нарыҫтау итәгендә

Һуңғы йылдарҙа бында ерләнгән изгеләрҙең пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт тарафынан ебәрелгән сәхәбәләр (әүлиәләр) икәнлеге асыҡланды.
Күптән түгел Миәкә районында — Нарыҫтауҙа, Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәләре ерләнгән урынды төҙөкләндереүгә бер йыл тулыу уңайынан төрлө тарафтан йыйылған бик күп дин әһеле, ябай халыҡ ҡатнашлығында юғары кимәлдә йыйын ойошторолдо.
Сәхәбәләрҙе Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ халыҡты мосолман диненә ылыҡтырыу өсөн ебәргән. Әүлиәләр ерләнгән тауҙың аҫтында, сихри күренештәр хасил иткән тауҙар араһында, теҙелешеп торған машиналарҙың, йыйылған халыҡтың иҫәбе-һаны юҡ ине.
Халыҡ ҡиблаға ҡарап, бергәләп өйлә намаҙы уҡыны, доға ҡылды, зекер әйтте. Күренекле дин әһелдәре, шәхестәр телмәр тотто. Сығыш яһаусылар йәштәр араһында бәйелһеҙлек осраҡтары артыуға борсолоу белдерҙе, йәш быуынды иманлы, әҙәпле, әхлаҡлы итеп тәрбиәләү буйынса ныҡышмалы эшләү кәрәклеге тураһында әйтте. Халыҡ араһында ла тәрбиәүи эштәрҙе урынынан ҡуҙғатыу талап ителә.
Был изге сараны ойоштороу буйынса Илсеғол ауылы имамы Мансур хәҙрәт Сәһәрйәров оло эш башҡарҙы. Белорет ҡалаһы һәм районының имам мөхтәсибе Исмәғил хәҙрәт тә уны үткәреүгә күп көс һалды.
Халыҡты мосолман диненә ылыҡтырыуға көс һалыусыларҙың береһе Салауат Килдин, “Возрождение” фонды рәйесе Миңлейәр Йәнтүрин, башҡа мосолман ҡәрҙәштәр ҙә йыйынды юғары кимәлдә ойоштороу өсөн ҙур тырышлыҡ күрһәтте.
Күренекле дин әһелдәре халыҡ менән бергәләп, йәйрәп ятҡан гүзәл тәбиғәт ҡосағында, ҡиблаға ҡарап өйлә намаҙы уҡыны, донъяның именлеге, тыныслығы, халыҡтарҙың берҙәмлеге өсөн, илебеҙгә, еребеҙгә, халҡыбыҙға иман нуры ҡайтһын тип, Ҡөрьән уҡып доға ҡылды.
Ун бер ғаилә һарыҡ һуйып ҡорбан салды, оло ҡаҙан аҫып, итле аш, былау бешереп, тәмле-татлы ризыҡтар менән сәй табыны ҡороп, тотош халыҡты һыйланы. Күренекле ҡурайсы Роберт Юлдашев халҡыбыҙҙың аһәңле моңдарын яңғыратып күңелдәрҙе арбаны.

Изге ер

Боронғо халыҡ әүлиәләрҙе ауылдарҙан ситтә, алыҫҡа күренеп торған асыҡ тау башына ерләгән. Нарыҫтауға ерләнгән изгеләр — сәхәбәләрҙең исеме 2011 йылда ғына асыҡланды. Был йәһәттән Салауат Килдин, Илсеғол ауылы имамы Мансур хәҙрәт Сәһәрйәров, дин әһеле Әбдрәфиҡ хәҙрәт оло эш башҡарҙы. Улар Башҡортостандағы изгеләр ҡәберен фотоға төшөрөп, Кипрға шәйех Назимға алып бара. Шәйех Нарыҫтауҙағы изгеләр ҡәберлеген 630-сы йылдарҙа пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ебәргән сәхәбәләр ҡәберлектәре икәнен раҫлай. Унда аталы-уллы Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахман ерләнгәнен әйтә. Әбдрәфиҡ хәҙрәт тә шундай уҡ фекерҙә.
Кипр шәйехе Нарыҫтауҙа сәхәбәләр ҡәберлегенең ҡарауһыҙ, мал тапауы булып, ташландыҡ хәлдә икәнен әйтеп бирә. Сәхәбәләрҙең ҡәберлеген кәртәләргә, тәртипкә һалырға ҡуша.

* * *
Былтыр Нарыҫтауҙа ҡәберлекте төҙөкләндереү өсөн бығаса күрелмәгән оло эш башҡарылды — бик матур мемориаль комплекс төҙөлдө, иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды.
Комплекс асылған көндә күптәнән бирле көттөргән ҡойоп ямғыр яуҙы, ҡорғаҡһыған ер дымға туйынды. Изге эш изгелек булып кире ҡайта шул.
Тимербулат МӘСӘЛИМОВ.


Вернуться назад