Ташҡын аямаҫ14.07.2012
Башҡортостанда яңы торлаҡ биләмәләрен проектлағанда ташҡын хәүефһеҙлегенә ныҡлы иғтибар биреләсәк. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин билдәләүенсә, был мәсьәлә ҙур әһәмиәткә эйә.

— Краснодар крайындағы ваҡиғаларға бәйле оператив кәңәшмәлә Рөстәм Зәки улы был мәсьәләне ҡәтғи ҡуйҙы. Бөгөн дә ошо уҡ темаға иғтибар йүнәлтелде, — тине министр. — Өфөнөң Ағиҙел аръяғын үҙләштереү буйынса тәҡдим ителгән проекттарға ҡағылышлы иҫәп-хисапты ҡайтанан тикшерергә кәрәк.
Әйткәндәй, Башҡортостан Президенты Өфөләге биләмәләрҙе комплекслы үҙләштереү мәсьәләһе буйынса үткәрелгән кәңәшмәлә республика Хөкүмәтенә төҙөлөш алып барыу күҙалланған биләмәләрҙе һыу баҫыу хәүефе йәһәтенән тикшерергә ҡушҡайны. Һуңғы йылдарҙа төбәктә көслө ташҡындар күҙәтелмәһә лә, 40–50 йылға бер тапҡыр Өфө янында ҡабатланыуы ихтимал. Ошоға бәйле республика башлығы һыу баҫҡан ерҙәрҙе комплекслы үҙләштереү планынан сығарыуҙы, дамбаларҙың, башҡа гидротехник ҡоролмаларҙың торошон, халыҡҡа хәбәр итеү системаларының эшен даими контролдә тотоуҙы талап итте.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад