Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә ярҙам итеү федераль фонды Өфө районында ер участкаһын ҡуртымға биреү буйынса аукцион үткәрҙе. 589 мең квадрат метрҙан ашыу майҙан йорттар төҙөү өсөн тәғәйенләнгән.
Ғаризалар ҡабул итеү осоронда “КилСтройИнвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генә аукционда ҡатнашырға теләк белдергән һәм берҙән-бер ҡатнашыусы булараҡ участканы ҡуртымға алыуға Төҙөлөш фонды менән килешеү төҙөгән.
Торлаҡ өсөн билдәләнгән ер Өфө районының Миловка ауыл биләмәһенән көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан – Ветошников, Мармылев ауылдарына яҡын. Өфөгә – 22, аэропортҡа – 27 саҡрым.
– Унда башлыса ҙур һорау менән файҙаланған бер ҡатлы йорттар төҙөләсәк, – ти “КилСтройИнвест” йәмғиәте етәксеһе Дмитрий Комлев.
Ф. ЙӘНСУРИН.