Баш ветеринар һорауҙарға яуап бирҙе14.07.2012
Ижтимағи электрон гәзит редакцияһында үткән “тура эфир”ҙа Башҡортостандың Ветеринария идаралығы начальнигы Вәкил Буранбаев һорауҙарға яуап бирҙе.

Республиканың баш ветеринары ошо өлкәләге дәүләт учреждениеларының эшен көйләй, шул иҫәптән тотош республикала малсылыҡ өлкәһендә ветеринария хеҙмәттәре күрһәтә. Ул етәкселек иткән ведомствоның төп бурысы — төбәктә малдың йоғошло ауырыуҙары таралыуға юл ҡуймау. Шулай уҡ малсылыҡ продукцияһының хәүефһеҙлеге мәсьәләләре лә уларҙың эшмәкәрлек даирәһенә инә.
Вәкил Буранбаевҡа йәмғеһе 36 һорау бирелде. Ул барыһына ла онлайн режимында яуап бирҙе. Баш ветеринарҙың сығышы менән “Онлайн-конференциялар архивы”нда танышырға мөмкин. Видеотапшырыуҙа “Башинформсвязь” йәмғиәте техник ярҙам күрһәтте. Эфирға эләкмәгән һорауҙар Башҡортостандың ветеринария идаралығына тапшырыласаҡ. Уларға яуап Ижтимағи электрон гәзит редакцияһы тарафынан баҫып сығарыласаҡ.
М. МӨХӘМӘТОВА.


Вернуться назад