Йондоҙнамә. 16 — 22 июль14.07.2012
Был аҙнала Меркурийҙың тәьҫире көслө. Шуға сауҙала һәм эшлекле даирәлә һиллек күҙәтелер. Яңы башланғыстарға тотонмайыраҡ тороғоҙ, оҙайлы ваҡытҡа ҡаралған килешеүҙәр төҙөмәгеҙ, сөнки был проекттар уңышһыҙлыҡҡа дусар булмаҡсы. Партнерҙарығыҙ уйламағанда араларҙы өҙөүе йәки вәғәҙәләрен үтәмәүе ихтимал. Шуға ла айҙың икенсе яртыһында быға тиклем башҡарылмаған йәки “аҙаҡ эшләрмен әле” тип ҡалдырған эштәрегеҙҙе теүәлләгеҙ.
Дүшәмбе әүҙем эшмәкәрлек йәйелдермәгеҙ. Шишәмбе, киреһенсә, күберәк эшләп ҡалырға тырышығыҙ. Йәмәғәт эштәрендә, халыҡ алдында сығыш яһағанда уңыш йылмайыр. Шаршамбы, һаҡланғанды һаҡлармын тигән һүҙҙәрҙе онотмағыҙ. Кеше күп йөрөгән урындарға сыҡмағыҙ. Кесе йома һәр эште яңғыҙ башҡарһағыҙ һәйбәтерәк булыр. Хеҙмәттәшегеҙ менән һүҙгә килешеүегеҙ бар. Йоманы һәүетемсә генә үткәрергә тырышығыҙ.
ҠУҘЫ
(21.03 — 20.04).
Күптән кисектергән эштәрегеҙҙе тиҙ арала тамамлап ҡуйығыҙ. Үтәлмәгән бурыстарығыҙ өсөн хеҙмәттәштәрегеҙ алдында әрләүҙәре ихтимал. Һеҙ биргән кәңәш йәки мәғлүмәт өсөн яҡындарығыҙ рәхмәтле булыр.
БУҒА
(21.04 — 21.05).
Эргәгеҙҙә ярамһаҡланып йөрөгән кешенән һаҡ булығыҙ. Уй-хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашыра башлағыҙ. Уңышҡа ирешәм тиһәгеҙ, аҙ һөйләгеҙ, күп эшләгеҙ. Яңылыш ысҡындырған һүҙ эшегеҙҙе баһаламауға килтерәсәк.
ИГЕҘӘКТӘР
(22.05 — 21.06).
Барлыҡ эште еңел генә атҡарырһығыҙ. Тәүгеләрҙән булып өлгәшәм ҡалған мәғлүмәтте оҫта файҙаланһағыҙ, абруйығыҙ артыр. Ижад итер, сәйәхәткә сығыр өсөн уңайлы мәл.
ҠЫҪАЛА
(22.06 — 23.07).
Үсексәнлек һәм телегеҙҙе тыя белмәү был осорҙа төп дошманығыҙ булыр. Һүҙ турғай түгел, осоп сыҡты икән, тотоп булмағанлығын иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Реклама менән шөғөлләнеү, хәйриә сараларында ҡатнашыу, күсемһеҙ милек һатыу йәки һатып алыу уңышлы булыр.
АРЫҪЛАН
(24.07 — 23.08).
Яҡын кешеләрегеҙ ҙур баҫым яһар. Улар һеҙҙе үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланырға ниәтләй. Ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер алдынан ныҡлап уйлағыҙ. Һәр мәғлүмәтте яңынан тикшереп эш итегеҙ.
ҠЫҘ
(24.08 — 23.09).
Бер төрлө һөйләп, икенсе төрлө эшләмәгеҙ. Абруйығыҙҙы төшөрөүегеҙ бар. Һеҙҙең өсөн ҡатмарлы осор. Бирешмәгеҙ, барыһы ла үҙ яйына ҡайтыр.
ҮЛСӘҮ
(24.09 — 23.10).
Һуғыштан һуң йоҙроҡ болғамайҙар. Бер эшкә лә әҙерлекһеҙ тотонмағыҙ. Айырыуса документтар менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ.
САЯН
(24.10 — 22.11).
Иламаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар тигән әйтем – был аҙнала һеҙҙең девиз. Күберәк аралашығыҙ, белмәгәнегеҙҙе һорағыҙ. Ҡайҙа ғына барһағыҙ ҙа, кәрәкле урында һәм кәрәкле ерҙә йөрөрһөгөҙ.
УҠСЫ
(23.11 — 21.12).
Яҙмыш ҡушыуы буйынса күпкә өлгәшкән, эшлекле даирәләрҙә йөрөгән кешеләр араһында булырһығыҙ. Тик уңыш артынан ҡыуып хаталана күрмәгеҙ.
ЫЛАҠ
(22.12 — 20.01).
Яңы кешеләр менән осрашырһығыҙ, был аралашыу яңы мөмкинлектәр асыр. Рекламаға бәйле мәғлүмәт менән эш итергә тура килер. Был осор алыҫҡа сәйәхәткә сыҡһағыҙ, юлығыҙ уңыр.
ҺЫУҒОЯР
(21.01 — 19.02).
Башкөллө сумып эшләгән эшегеҙ башҡалар өсөн бик мөһим дә түгел. Шуға тамамланған проект танылыу алмай икән, танауығыҙҙы төшөрмәгеҙ. Ғаиләгеҙгә күберәк ваҡыт бүлегеҙ.
БАЛЫҠ
(20.02 — 20.03).
Кеше эшенә ҡыҫылмағыҙ. Һорамайҙар, саҡырмайҙар икән, ярҙамға ашыҡмағыҙ. Был аҙнаны һәүетемсә генә үткәрегеҙ.
Өмөтбикә.