Малайҙар күберәк һөйләшә...14.07.2012
Малайҙар һәм ҡыҙҙар бер-береһенән нимә менән айырыла? Көлөргә ашыҡмағыҙ. Был бер ҡатлы һорау түгел. Тышҡы айырмаларҙан тыш, физиологик, психологик айырмалар ҙа бик күп.

1. Ҡыҙ балалар иртәрәк һөйләшә башлай.
2. Ҡыҙҙар музыкаға һәләтлерәк. Улар һирәк яңылыша. Малайҙар менән сағыштырғанда, иҫәп 6:1.
3. Малайҙар ҡыҙыуыраҡ ҡанлы. Улар ыҙғыш-талашта алты тапҡыр, юл хәрәкәтен боҙоуҙа дүрт тапҡырға күберәк ҡатнаша.
4. Малайҙар ижадҡа нығыраҡ ынтыла. Был фекер уйынсыҡ уйлап табыусыларҙыҡы, сөнки малайҙар уйынсыҡтарҙы һынағанда яңы уйындар уйлап таба, ә ҡыҙҙар иҫке, билдәле уйындарға яраҡлаша икән.
5. Ҡыҙҙар малайҙарға ҡарағанда тиҙерәк үҫә, әммә иртәрәк туҡтай ҙа.
6. Ғәҙәттә, ҡыҙҙар күберәк һөйләшә тибеҙ, ә белгестәр киреһен иҫбатлай. Ирҙәр, кешене тыңлауға ҡарағанда, үҙҙәре һөйләүҙе артығыраҡ күрә. Йыйылыштарҙа, ултырыштарҙа гел ирҙәр һөйләүен иҫкә төшөрөү ҙә был фекерҙе раҫлай.
7. Һулаҡайҙарҙың күбеһе малайҙар икән. Ғөмүмән, уларҙың һул ҡулы ҡыҙҙарҙыҡы менән сағыштырғанда иркенерәк хәрәкәтләнә.
8. Ҡыҙҙарҙың уң күҙе яҡшыраҡ күрә, уң ҡолағы яҡшыраҡ ишетә.
9. Малайҙар математикаға һәләтлерәк. Американдар фекеренсә, иҫәп 12:1.
10. Ҡыҙҙар татлы, ә малайҙар күберәк тоҙло аҙыҡты ярата.
11. Ҡыҙҙар сит тел өйрәнеүгә һәләтлерәк.
12. Малайҙар рәхимһеҙерәк, тип раҫлай психологтар. Иҫәп: 1:15.
13. Ҡыҙҙар спортҡа иғтибарһыҙыраҡ.
14. Ҡыҙ балалар иртәрәк атлай башлай.
15. Ҡыҙҙар үҙ һәләтен тыйнағыраҡ баһалай. Малайҙар күберәк тырыш булмауҙарын таный.
16. Ҡыҙҙар эште уйлап башҡара, ә малайҙар йыш ҡына — киреһенсә.


Вернуться назад