Йәшәү, һөйөү тигән мөғжизә14.07.2012
Йәшәү, һөйөү тигән мөғжизәМөхәммәт Закиров
* * *
Атлай инем. Яуып уҙҙы ямғыр.
Күсмә болот аҡҡан бер көйгә.
Көҙгө ямғыр. Ышыҡланыр инем,
Юҡтыр ағас-фәлән, юҡ өй ҙә.

Сыланһаң ул, ҡурҡаһы ла ҡалмай,
Сыланғансы ямғыр ҡурҡыта.
Собханалла: Салауат күпере
Пәйҙә булған күкһел бушлыҡта.

Дуғаланып, ужымдарға төшкән:
Ниндәй күркәм, тын һәм мөһабәт.
Ул — мәңгелек, тик күҙ асып йомған
Ара ғына иҫән был сәнғәт.

Мин, ыштанһыҙ малай һымаҡ, хайран:
Төҫтәр уйнауына күҙ ҡыҙа.
...Сығыр юҡҡа, гүйә, көтөлмәгән
Йәшәү, һөйөү тигән мөғжизә.

* * *
Сығымсы тай-шиғыр. Булмыштары
Илһам атлы сихри болондан.
Эйәр һалыу ҡайҙа? Һиҫкәнгәндәй
Әле ҡағылмаған ҡулыңдан.

Ауыҙлыҡлай алһаң, ул — һинеке.
Ә ауыҙлыҡ — яҙған яҙмышың.
Сығымсы тай-шиғыр. Әйтеү ҡыйын:
Тантанаңмы, әллә яңылышың?

Өҙәңгенән күккә ашҡан миҙгел
Сәсрәй күрмә яңылыш эйәрҙән.
Сығымсы тай-шиғыр... Һирәктеке —
Ул — мәңгелек, тигән, илдәрҙән.

* * *
Зәңгәрләнеп күк шәйләнә
Аҡһыл болоттар үтәләй.
Күк менән минең арала
Ҡарлуғастар осоп үткеләй.

Өсәү, дүртәү... Кинәт, көтмәгәндә —
Ҡайҙан — пәйҙә була өйөрмә! —
Ҡара шар шикелле, ҡарлуғастар
Ер-күк араһында өйөрөлә.

Тик торормо етеҙ миллион ҡанат.
Шар ҙа тиҙ үк туҙып юҡҡа сыға.
...Бәргеләнгән үкһеҙ уйҙарымдай
Йәшәү менән үлем араһында.

Йәш япраҡтар

Ярмаланған, ауырайған ҡарҙар —
Кәрәҙҙәре яҙғы һыу тулы, —
Елкеттеме йыраҡ зәңгәр ярҙар, —
Ҡар һыуҙары булып урғылды.

Тишелеп сыҡты әле боҙло ерҙән
Йәшел энә кеүек йәш үлән.
Һибеп көмөш ләйсән тамсыларын
Йәш болоттар аға йөҙтүбән.

Көнгә баҡты нәфис йәш япраҡтар, —
Бөрө ҡабығындай һағыҙлы!
Һағыҙлы шул бәләкәй япраҡтарҙа
Ҡояш нуры төшөп сағылды.
Иркә, яҙғы елдәр ҡағылды.

Йәш япраҡтар, батып барған ҡояш
Алһыуында — сабый усындай.
Һәммәбеҙгә хәйерле төн теләп,
Күктәремә балҡып ҡалҡты ай.

* * *
Һинең менән ҡулға-ҡул тотоноп,
Упҡын сите буйлап килдек күпме.
Баш өҫтөндә саҡырҙылар күктәр,
Аяҡ аҫта төпһөҙ упҡын көттө.

Һәләкәтле шундай бер миҙгелдә
Ысҡындырҙым ҡулың ҡулдарымдан.
Бар булып та, һин бар булмағандай
Атлағанмын икән юлдарымдан.

* * *
Ҡайһыбыҙ ҙа танылмаған даһи:
Ашыҡҡанбыҙ төрлө яҡтарҙан.
Зарланырлыҡ түгел, кеше аҙ, тип,
Союз тора, шөкөр, ҡарттарҙан.

Был союзды әрләү хата булыр:
Һәммәбеҙҙе лә ул һыйҙырҙы.
Дан даулаған әрһеҙ талантһыҙлыҡ —
Аһ, барыһы ла ниндәй туйҙырҙы.

* * *
Рәсәй тигән илдә бизмән
Бигерәк тигеҙ тарта.
Олигарх арта, тиһең,
Фәҡир халыҡ та арта.

* * *
Әйтеү ҡыйын: сәхнәлә йыр ул башлаһа,
Тыңлағанмы, йырлағанмы күңел аса?
Юҡтыр һымаҡ килмәгән бер ере —
Торһон ине йөрөп кенә ары-бире.
О, ниндәй шәп булыр ине... йырламаһа.

* * *
Еңел бәхет юҡ ул был донъяла:
Ғазаптарға юлдаш — мөхәббәт.
Ғазаптарға юлдаш шул мөхәббәт
Өсөн, тормош, һиңә мең рәхмәт.

* * *
Кем тыуһа ла, бәхете менән тыуа:
Кеше бәхете менән уйнама.
Булып гел изгелек ҡылғандарың —
Рәхәт йәшәрмен, тип, уйлама.

* * *
Минең йөрәк терпе кеүектер ул:
Уҡмаш-уҡмаш энә. Ҡайырма!
Үткер энәләр тик эскә кергән, —
Шунда булыр, булһа айырма.

* * *
Елдәрҙең еләҫлеге,
Күңелдең иләҫлеге.
Болоттарҙың аҡлығы —
Ерҙә йәшәү шатлығы.


Вернуться назад