Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау һәм уларға булышлыҡ итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышын үткәрҙе.
Ҡаралған дүрт инвестиция проектының өсәүһе инженерлыҡ селтәрҙәре үткәреүгә һәм торлаҡ төҙөлөшө өсөн майҙансыҡтар әҙерләүгә ҡағыла. Бындай эштәрҙе Кузнецов затоны биҫтәһендә, Өфө районының Булгаков ауылында, Дим районының Баланово-Яңы Александровка ҡасабаһында башҡарыу күҙаллана. Комиссия шулай уҡ Белорет районында шәхси сеймал базаһына эйә булған металлургия комплексын төҙөү проектын тикшерҙе.
Инвестиция эшмәкәрлегендә “Төбәк фонды” аҡсаһын файҙаланыу мәсьәләһенә килгәндә, Рөстәм Хәмитов, фонд активы 20 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, тип белдерҙе.
— Был аҡсаны файҙалы тотонорға кәрәк, сөнки ул — халыҡ байлығы. Беҙ “Төбәк фонды”нан ярҙам күрһәтеү юлдарын иғтибарлы һәм ентекле тикшерергә тейешбеҙ, — тине республика башлығы.
Рөстәм Зәки улының билдәләүенсә, быйыл “Төбәк фонды”нан инвестиция проекттарына булышлыҡ итеүгә 2,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү күҙҙә тотола. Әле 1 миллиард һумдан ашыуы бүленгән.
— Беҙҙең бурыс — уларҙы һөҙөмтәле файҙаланыуҙы тәьмин итеү, — тине Рөстәм Хәмитов. — Торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендәге инвестиция проекттары айырым иғтибарға лайыҡ. Бөгөн көн тәртибенә ошондай өс проект инә. Инвесторҙар “Төбәк фонды”нан һораған заемдарҙың дөйөм күләме 700 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Был аҡсаны инженерлыҡ селтәрҙәре һәм коммуникацияларҙы проектлауға һәм үткәреүгә һалыу күҙаллана.
Өфөлә төҙөлөш өсөн майҙандар ҡалманы тиерлек. Торлаҡ төҙөү өсөн үҙләштерелмәгән биләмәләрҙе файҙаланырға тура киләсәк. Уларҙа инфраструктура булдырыу зарур, ә бының өсөн аҡса кәрәк.
Белорет районындағы иң ҙур инвестиция проекттарының береһе — “Белсталь” комплексына килгәндә, республика башлығы, инвесторҙар йылына 500 мең тоннанан ашыу суйын етештерергә, Туҡан ҡасабаһының инфраструктураһын яҡшыртырға һәм меңдән ашыу эш урыны булдырырға ниәтләй, тип билдәләне.
Л. ФӘРИТОВА.