Хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса Башҡортостан инде нисәнсе йыл алдынғылыҡты бирмәй. Яҡташтарыбыҙҙың намыҫлы хеҙмәте тураһында яҡшы хәбәрҙарбыҙ. Һалдаттарҙың төрлө наградалар менән бүләкләнеүе, ғәскәри частарҙан ата-әсәләренә һәм туғандарына рәхмәт хаттарының килеүе – шуға асыҡ миҫал. Был ғорурлыҡ түгелме ни?! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ватан алдында изге бурысын үтәгәндә һәләк булыусылар ҙа юҡ түгел... Мәҫәлән, Афғанстандағы ҡан-ҡойошта бихисап аҫыл егеттәребеҙҙең ғүмере өҙөлдө, ә хәбәрһеҙ юғалыусыларҙы ла иҫәпкә алһаң... Чечнялағы һуғыш та күпме ғаиләгә ҡайғы килтерҙе...
Аҡкүл буйында ойошторолған (Ғафури районы) хәрби хәрәкәттәр ветерандарының һәм уларҙың ғаиләләренең төбәк-ара слетында ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү һәм йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә баҫым яһалды.
Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов билдәләүенсә, төп маҡсат – Ватан һаҡсыларының батырлыҡтарын йәштәргә өлгө итеп ҡуйыу, үҫмерҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү, ысын патриот итеп тәрбиәләү. Бөгөн йәштәрҙең ҡайһы берҙәре нисек тә армиянан ҡасып ҡалырға тырыша, ә был бик күңелһеҙ күренеш.
Еп һуҙғандай, тигеҙ генә булып палаткалар теҙелеп киткәс, күл тирәһе күҙгә күренеп йәмләнде.
Был көндө һуғыш михнәттәрен береһе лә иҫкә алырға тырышманы. Тик хәрби марштар һәм һалдат йырҙарының яңғырауы ғына хәтәр йылдарҙы әленән-әле хәтергә төшөрҙө. Афғанстан ерен арҡырыға-буйға киҫкән Артур Әхмәтов һағышлы йырҙарҙы башҡарғанда гүзәл заттар күҙ йәшенә ирек бирҙе. Әйткәндәй, ул үҙе лә йыр ижад итә.
Ир-егеттәр көндәлек кейемде хәрбигә алмаштырғас, тәүҙә халыҡ бында күнекмә бара икән тип уйланы. Яугир-интернационалистарҙың кителен орден һәм миҙалдар биҙәй, сың-сың иткән тауыш бала-сағаның иғтибарын үҙенә тарта, шуға малайҙар уларҙы тотоп ҡарамай түҙмәне.
"Һәр килгән һайын Башҡортостанды яңыса асам, – тип һөйләй Ноябрск ҡалаһынан ҡунаҡ Виктор Тупиков. – Ҡышҡыһын Өфө госпиталендәге осрашыуҙа кешеләр араһындағы яҡшы мөнәсәбәт таң ҡалдырғайны, был юлы тәбиғәтегеҙҙең хозурлығына һоҡланыуым сикһеҙ. Һеҙҙә бындай сараларҙың даими үтеүен беләм, көнләшерлек тә шул".
Ут-һыуҙы кискән ир-уҙамандар спорт ярыштарында (футбол, волейбол, гер күтәреү, армрестлинг, мылтыҡтан атыу) ҡатнашты. Милли көрәш барған урында айырыуса кеше күп булды. Бынан тыш мәҙәни саралар ҙа ойошторолдо.
Төрлө йылдарҙа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың теләге бер: уларҙың башынан үткәнде йәш быуын күрмәһен-кисермәһен, ғөмүмән, донъялар имен торһон, һәр көн иртән тыныс таң атһын, халыҡ-ара хәлдәр ҡуйырып китмәһен. Шул уҡ ваҡытта район һәм ҡалаларҙа батырҙарға һәйкәлдәрҙең булмауына ла борсолоу белдерелде.
– Слеттың йолаға әйләнеүе, әлбиттә, һөйөнөслө, ләкин энтузиазм менән генә күпкә өлгәшеү мөмкин түгел, – тине Тимерйән Рәжәпов. – Уны тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреү – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Өфө ҡала Советы депутаты Фәрит Ғиндуллинға, эшҡыуар Геннадий Харитоновҡа рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Тәүге мөрәжәғәттән үк ярҙам ҡулын һуҙҙылар.
Йәшәйеш – көрәш, тиҙәр. Ғүмерлеккә уңалмаҫ күңел яраһы алыусылар араһында был тормошта үҙ урынын табыусылар ҙа, йылғаның бер ярынан икенсеһенә һуғылып йөрөүселәр ҙә бар. Ошондай саралар уларҙың һәр береһенә рух ныҡлығы өҫтәй, берләшеп, аралашып йәшәү йәһәтенән дә әһәмиәте ҙур.
Илдар АҠЪЮЛОВ
Ғафури районы.