Илеш данлай батыр улын13.07.2012
Илеш данлай батыр улынХалҡыбыҙҙың ҡаһарман улы — Муса Гәрәев 1922 йылдың 9 июлендә Иләкшиҙе ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Бишҡурай мәктәбен тамамлағас, уҡыуын Өфө тимер юл техникумында дауам итә. Шул осорҙа авиация менән ҡыҙыҡһына башлай, аэроклубҡа йөрөй.

Үҙенең осоусы булыу хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Энгельс ҡалаһындағы хәрби осоусылар мәктәбенә юллана, ләкин уны тамамларға насип булмай. 1942 йылдың көҙөндә Ватанды һаҡларға яуға китә. Хәрби осоусы, Сталинград фронтына ебәрелеп, 1945 йылға тиклем Көнсығыш Пруссияғаса һуғыш юлы үтеп, Тыуған илебеҙҙе немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә батырҙарса көрәшә. 250 тапҡыр осош яһап, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Даны тотош илгә таралған яҡташыбыҙҙың күкрәген бихисап орден һәм миҙал биҙәй. Ул 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә үткән Еңеү парадында ҡатнаша.
Һуғышта Муса Гәрәев үҙенең мөхәббәтен — Галина исемле һылыу ҡыҙҙы осрата. Галина Александровна Муса Ғайса улы менән бергә бәхетле ғүмер кисерә. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтерә.
Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Муса Гәрәев изге күңелле, ябай, ярҙамсыл кеше булып ҡала. Кем генә мөрәжәғәт итмәһен, бөтәһенә лә ярҙам итергә тырыша.
66-сы йәшендә ул ҡаты ауырыуҙан һуң мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Әммә уның ҡаһарманлығы, тормош юлы яҡташтары күңелендә яҡты маяҡ булып йәшәй. Илебеҙҙә тыныслыҡ булһын өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшкән батырыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында тыуған районында бик күп эш башҡарыла. Туған колхозы, район үҙәгендәге урам, кинотеатр, уҡыған мәктәбе уның исемен йөрөтә.
Республикабыҙҙың берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар осоусының тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан 2012 йыл Илеш районында “Муса Гәрәев йылы” тип иғлан ителде. Тантаналарға әҙерлек барышында былтыр Бишҡурай урта мәктәбе, ауыл мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелде, уның исемен йөрөткән музейға реконструкция яһалды. Йыл дауамында мәктәп һәм китапханаларҙа ҡаһарманлыҡ дәрестәре, Геройҙың иҫтәлегенә бағышланған кисәләр, конференциялар, викториналар үткәрелде, яуҙағы батырлығын сағылдырған стендтар эшләнде, шәжәрәһе төҙөлдө. Районыбыҙҙың “Маяҡ” гәзите биттәрендә уның ҡаһарманлығын тасуирлаған иҫтәлекле фотолар менән биҙәлгән яҙмалар донъя күрҙе, урындағы телевидениенан сюжеттар күрһәтелде. Музейҙа “М. Гәрәев портреттары”, “Тыныс күк йөҙөнә ҡарап бәхетле парҙар йылмая”, “Бер кем дә, бер нимә лә онотолманы” тип аталған күргәҙмәләр эшләй башланы. Рәмил Нуретдинов етәкселегендә “Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ” тигән китап баҫылып сыҡты. Шулай уҡ Муса Гәрәев призына волейбол, футбол, милли көрәш буйынса спорт ярыштары ла дәррәү үтте.
Төп сараларҙың береһе Үрге Йәркәй ауылында һәм Ташшишмәлә уҙғарылды. Сарала Муса Гәрәевтең тормош иптәше Галина Александровна, улы һәм ейән-ейәнсәрҙәре ҡатнашты.
Лира ГӘРӘЕВА
Илеш районы.


Вернуться назад