“Турфест–2012” фестивале башланды
Архангел районынының Абҙан ауылы эргәһендә республика йәштәре өсөн XXII “Турфест – 2012” асыҡ фестивале башланды.
Сарала республиканың Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Салауат, Нефтекама ҡалаларынан, Краснокама, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Архангел райондарынан, шулай уҡ Ханты-Манси автономиялы округынан командалар ҡатнаша. Улар спорт ярыштарынан тыш, автор йырҙары, “Визитка”, “Бивак”, “Фотография” кеүек ижади бәйгеләрҙә көс һынаша. Башҡортостанда иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған фестиваль 15 июлдә ябыла.
“Инйәр”.
Харис Йосоповты онотмайҙарСиләбелә Көньяҡ Уралдың көрәш мәктәбенә нигеҙ һалған, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, ҡаланың почетлы гражданы Харис Йосоповҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Тантанала данлыҡлы көрәшсенең туғандары, дуҫтары, коллегалары, уҡыусылары, Силәбе өлкәһе Хөкүмәте, ҡала хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.
Фәрзәнә Йосопова хәләл ефетенең ниндәй ауыр шарттарҙа эш башлауы, әммә бирешмәй, Бөтә Союз һәм донъя кимәлендәге спортсылар үҫтерә алыуы тураһында һөйләне. Улы, Бөтә Рәсәй Билбаулы көрәш федерацияһы президенты, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Морис Йосопов атаһының исемен хөрмәтләп иҫкә алғандары өсөн рәхмәт һүҙен еткерҙе. Башҡортостандың Салауат районында тыуып үҫкән Харис Йосоповтың исеме сит илдәрҙә лә билдәле. Уның исемен мәңгеләштереү ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.
“Силәбе эшсеһе”.
Сөләймән ауылында мәсет асылдыМосолман мәхәлләһенең имам-хатибы Билал Сәйфетдинов әйтеүенсә, ғибәҙәт йорто ауыл халҡы ярҙамында төҙөлгән. Биш йылда уртаҡ тырышлыҡ менән ҡыҙыл кирбестән һалынған ике ҡатлы мәсет биш тиҫтәнән ашыу кешене ҡабул итә ала.
Сөләймән ауылы ҙур түгел, ни бары 20 ихата. Мәсет ауылдың иң күркәм урындарының береһенә әйләнгән. Ғибәҙәт йорто асылыу Сөләймән ауылының ғына түгел, күрше-тирә ауылдарҙың да рухи-әхләҡи яҡтан тергеҙелеүенә булышлыҡ итәсәк.
“Ейәнсура таңдары”.
Ергән элеваторы уңыш ҡабул итеүгә әҙерОшо көндәрҙә махсус ойошторолған комиссия Ергән элеваторында тикшереү үткәрҙе. Лаборатория, үлсәү, киптереү бүлексәләре, барлыҡ төр механизмдың эшмәкәрлеге төҙөк тип табылды.
Элеватор 70 мең тоннанан ашыу уңыш ҡабул итеүгә әҙер. Унда 66 берәмек йөк машинаһы иҫәпләнә. Тикшереүселәр янғын хәүефһеҙлеген тәьмин иткән сараларҙы ла талаптарға яуап бирә тип тапты.
“Көнгәк”.
Ғүмерҙе, никахты һаҡлайыҡЗАГС хеҙмәте уҙған ярты йылға йомғаҡ яһаны. Быйыл алты ай эсендә район һәм ҡалала 611 бала тыуған, шуларҙың 322-һе малай, 289-ы ҡыҙ.
Үлемдең тыуымға ҡарағанда күберәк булыуы күңелде ҡыра. Быйыл 696 кешегә кәмегәнбеҙ. Йәш көйө мәрхүм булыусылар, үҙ-үҙенә ҡул һалып донъя менән хушлашыусыларҙың артыуы хәүефләндерә. Ошо осорҙа йәше утыҙға ла етмәгән 42 кеше вафат булған. Уларҙың 32-һе — ир-егет! 258 пар никахын теркәгән, 179-ы айырылышҡан. Айырылышҡандарҙың күбеһе өс йыл да йәшәй алмаған.
“Торатау”.
Яңы күпер төҙөлдөНовониколаевка ауылы халҡы өсөн Күндерәк йылғаһы аша күпер булмауы һуңғы ике йылда көнүҙәк проблемаларҙың береһе булды. Быйылғы ташҡын мәлендә һыу иҫке генә күперҙе лә ағыҙып алып китте. Ауыл халҡы өсөн был ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы.
Ниһайәт, Баҡый ауыл Советы биләмәһендә республика бюджетынан бүленгән аҡсаға күпер төҙөлдө. Был эште “Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис” муниципаль унитар предприятиеһы башҡарҙы. Дөйөм тырышлыҡ менән һалынған яңы күпер Күндерәк йылғаһы ярҙарын тоташтырып ҡына ҡалманы, ауыл халҡының тормошон да күпкә еңеләйтте.
“Стәрлебаш шишмәләре”.
Саңғысылар ҡышҡа әҙерләнәБелорет ҡалаһының “Морат” тау саңғыһы үҙәгендә яһалма ҡар яуҙырыу системаһын ҡуйыу башланды. Уның ярҙамында октябрҙән алып апрелгә тиклем дүрт трассаның торошо, шул иҫәптән балалар өсөн тәғәйенләнгәне лә, һәйбәт һаҡланасаҡ.
Артабан уларҙы яҡтыртыу системаһын, тау саңғыһы спорты һәм сноуборд клубы филиалының өс ҡатлы бинаһын төҙөкләндереү ҙә ҡаралған. Барлыҡ эштәр октябрҙә тамамланырға тейеш.
“Урал”.
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.