Мутлыҡтың сиге юҡ, тиҙәр. Хәтерегеҙҙәлер, СССР тарҡалып, ил ҡырағай баҙар шарттарына күскән дәүерҙә, Гайдар хөкүмәте халыҡ аҡсаһын “бәпәйләтте” лә ҡуйҙы! Барыбыҙҙың да миллионерға әүерелгән заманды онотманығыҙмы?
Тик ул миллион икмәк-һөтлөк кенә булды, алыпһатарҙар мыжғып үрсене... Кем генә алдаманы ул осорҙа халыҡты: иҫ китмәле процент вәғәҙә итеп, һуңынан һабын ҡыуығындай шартлап юҡҡа сыҡҡан банктар, мут ширҡәт ойошмалары, ошо тулҡында ил күләмендә тамыр йәйгән енәйәтселек...
Сергей Мавроди исемле әҙәмдең “МММ” акцияларына ышанып, миллиондарса кешенең төп башына ултырғаны бөгөн дә халыҡ хәтеренән сыҡмай.
Күпме ишһәң дә, арҡандың осо була. Акциялар хужаһы ла “финанс эшмәкәрлеге” өсөн тиҫтә йылдан ашыу төрмә һурпаһын татыны, язаһын алды. Тик халыҡ кеҫәһенән “МММ” янсығына “шыуған” аҡсаны кем кире ҡайтарыр? Ләкин бөгөн иң ғәжәпләндергәне шул: нисәмә йыл иркенән мәхрүм ителгән Мавроди, азатлыҡҡа сығыу менән, элекке кәсебенә кереште. Мәҫәлән, Нефтекама ҡалаһында уның яңыртылған “МММ” пирамидаһы барлыҡҡа килде, хатта бер нисә ай элек Карл Маркс урамында рәсми рәүештә офис та асып ебәрҙеләр. Ҡаланың автобус туҡталыштарында “МММ” пирамидаһының белешмәләре, эш телефондары күренгеләй башланы. Бер мәл шулай “МММ”-дың хужаһы Мавроди һүрәте төшөрөлгән иғланды уҡып, шаҡ ҡаттым. Бына уның ҡыҫҡаса йөкмәткеһе: “Әгәр һеҙ тулыһынса ахмаҡ икәнһегеҙ — беҙҙең пирамидаға аҡса һалығыҙ! Отоуығыҙ ҙа мөмкин, әммә отолһағыҙ — үҙегеҙгә үпкәләгеҙ!”
Ошо белдереүҙе уҡығас, кемдең аҡсаһынан үҙ ирке менән ҡолаҡ ҡаҡҡыһы килһен, тигән уй килде башыма. Ләкин... Яңылышҡанмын икән дә баһа — “МММ” офистарының береһе лә буш тормай — айлыҡ ҡырҡ процентҡа ҡыҙығыусылар, йәнә еңел генә байығырға ынтылып, аҡса янсығын аса. “МММ” — ғәҙәти финанс пирамидаһы. Бындағы күләмле проценттар аҡса һалыусыларҙың иҫәбенә бәйле, йәғни өҫтәмә табыш һәр кемгә башҡаларҙың индергән аҡса өлөшөнән килә. Пирамида етәкселегенең төп маҡсаты — ҡаҙнаһына иң мул табышты эләктереп, ҡапыл ғына юҡҡа сығыу. Шуныһы: был осраҡта хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлау органдары енәйәт эше ҡуҙғата алмай, сөнки кешеләр, “МММ” ҡуйған бөтә шарттарға ризалашып, аҡсаһын үҙ ирке менән пирамидаға һала. Йәғни әҙәм балалары, һемәйеү мөмкинлеген белә-күрә, үҙ теләге менән... алдана.
Әлбиттә, “МММ” бөгөн Нефтекама кеүек сағыштырмаса бәләкәй ҡалаларҙа ғына түгел, Мәскәү, Өфө, Екатеринбург, Һамарҙа ла “эшмәкәрлеген” йәйелдерә һәм үҙенең халыҡ һалған аҡса өсөн яуаплы түгел икәнлеген асыҡтан-асыҡ белдереп эш итә. Ҡомһоҙ ҡоторһа, ҡаҙаҡҡа ҡармаҡ һала, тиҙәр. Еңел аҡсаға ҡыҙыҡҡан, бер нисә тапҡыр ауыҙы бешһә лә, өрөп ҡабырға өйрәнмәгән әҙәмдәр булғанда, бындай мутлашыуҙарға юл һәр саҡ асыҡ!
Марат МОРАТОВ.
Нефтекама ҡалаһы.