Ял ҡайғы килтермәһен13.07.2012
Йәйҙең иң матур мәле. Кинәнеп һыу инер, ҡояшта ҡыҙыныр саҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәйге ял, каникул мәлендә һыуға батыу осраҡтары ла ҡырҡа арта. Республикала йәйге миҙгелдә утыҙҙан ашыу кеше һыуҙа һәләк булған. Бының сәбәптәре төрлө: өлкәндәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй, ә балалар ҡарауһыҙ ҡалыу арҡаһында фажиғәгә тарый. Ошо көндәрҙә генә республиканың йылға-күлдәрендә алты кеше һыуға батҡан. Уларҙың барыһы ла — ир-егет, икәүһе — туғыҙ һәм һигеҙ йәшлек малайҙар.

Фажиғәләр Әбйәлил, Асҡын, Шишмә, Илеш, Бүздәк, Благовар райондарында булған. Һәләк булыусылар һыу инер өсөн ҡулайлаштырылмаған урындарҙы һайлаған, уларҙың икәүһе иҫерек булған.
Ә бына Октябрьский ҡалаһынан суд приставы Виктория Иванова батҡан ҡыҙҙы ҡотҡарған. Ҡаланың “Спартак” спорт базаһы эргәһендәге быуа эргәһенән үтеп барған саҡта ул: “Ҡотҡарығыҙ! Батам!” – тип ҡысҡырған тауыш ишетә. 19 йәшлек ҡыҙ әхирәте менән ярышып быуаның икенсе ярына йөҙөп сыҡмаҡсы булған, ләкин үҙенең көсөн тейешенсә баһалай алмаған. Виктория оҙаҡ уйлап тормай, ҡыҙға ярҙамға ашыға. Миләүшә исемле ҡыҙҙы ярға сығарғанда, ул иҫен юғалтҡан була инде. Ҡатын, беренсе ярҙам күрһәтеү алымдарын һәйбәт белгәнлектән, ҡәҙерле ваҡытты әрәм итмәй. “Ҡолаҡта уҡыу-методика үҙәгендәге лекторҙың һөйләгәндәре яңғырағандай булды. Әйтерһең дә, ул эргәмдә ярҙам итеп тора. Һыуға һикергәндә ҡурҡыу булмаһа ла, һуңынан, иҫһеҙ ҡыҙҙы ярға сығарғас, һуң булып ҡуймаһа ярар ине тип борсолдом”, – тип һөйләй ул.
Тәүге ярҙам күрһәтелгәс, Виктория шунда уҡ “Ашығыс ярҙам”ға шылтырата. Миләүшә өс көн реанимацияла ята. Уны палатаға күсергәс тә, ҡотҡарыусы ҡыҙҙың хәлен белергә килә. Шулай ҙа эшендә был хәл тураһында берәүгә лә һөйләмәй. Миләүшәнең әсәһе суд приставтары идаралығының Октябрьский ҡалаһындағы бүлек начальнигына үҙе килеп рәхмәтен еткерә. Билбаулы көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат, идаралыҡтың йыйылма командаһына ингән Виктория – ике бала әсәһе. Быйыл мартта Липецк ҡалаһында үткән билбаулы көрәш буйынса Бөтөн Рәсәй турнирында беренсе урынды алып ҡайтҡан.
Миләүшәнең имен ҡалыуы – бәхетле осраҡ. Уның ҡотҡарыусыһы кис балалары менән урамға сыҡмаһа, икенсе юлды һайлаһа, хәлдең нимә менән тамамланыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Шуға күрә һыуҙа абай булырға кәрәк. Әлбиттә, һыу төшөү ҡағиҙәләрен бөтәбеҙ ҙә бала саҡтан беләбеҙ кеүек, тик ниңәлер үтәмәйбеҙ шул…
Л. ҒАФАРОВА.


Вернуться назад