Ҡотлайбыҙ!13.07.2012
Йәйҙең ҡояшҡа йомарт, еләк-емешкә бай июль айы беҙҙең ғаилә өсөн айырыуса яҡын, сөнки тап ошо илаһи миҙгелдә ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Хәбибулла Насип улы Әхмәтов донъяға килгән. Әбйәлил районының Сиҙәм ҡасабаһында йәшәгән ҡәҙерле кешебеҙҙең 70 йәшлек оло байрамы беҙҙең өсөн дә шатлыҡ.

70 йәш ул бик тә матур ғүмер,
Уйлама һин килгән ҡартлыҡты.
Иҫәнлекте күберәк бирһен Хоҙай,
Ҡалған ғүмерең үтһен шатлыҡта.

Ғаиләлә талапсан һәм ғәҙел атай, һөйөклө олатай, ышаныслы тормош иптәше булғанға яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ ҡәҙерлебеҙҙе. Ваҡыт даръяһына, тормош мәшәҡәттәренә күмелмәйенсә, күңел көрлөгөн һаҡлап, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ихтирамын тойоп, донъяға ғәм һәм йәм өҫтәп, әсәйебеҙ Хәнифә Фазылғаян ҡыҙы менән татыулыҡта, муллыҡта оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын!
Ҡәҙерлебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныс теләйбеҙ, күңелең һис ҡасан да ҡартайыу белмәһен, нурлы йөҙөңдән йылмайыу китмәһен.
2012 йыл беҙгә икеләтә һөйөнөслө булды – әсәйебеҙ Хәнифә Фазылғаян ҡыҙы ла үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләне. Ҡәҙерлеләребеҙҙең бергә татыу ғүмер итеүҙәренә лә быйыл 45 йыл буласаҡ. Ошо уңайҙан ҡайнар ҡотлап, уларға иң йылы һүҙҙәребеҙҙе, ихлас күңелдән әйтелгән рәхмәттәребеҙҙе еткергебеҙ килә.

Иң изге теләктәр менән бөтә туғандарың, балаларың, килен-кейәүҙәрең һәм ейән-ейәнсәрҙәрең исеменән Сибайҙа йәшәүсе ҡыҙың Розалия.


Вернуться назад