Башҡорт дәүләт университетында үҙенә күрә бер матур йола бар. Йыл һайын факультеттар араһында "Иң яҡшы төркөм" конкурсы үткәрелә. Быйыл был исемгә башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының IV курсынан журналистика бүлеге студенттары лайыҡ булды.
Еңеү яулауҙа төркөмдөң старостаһы Гөлназ Хәйбуллинаның тырыш, оҫта ойоштороусы булыуы ла тос өлөш индергәндер, моғайын. Мәҫәлән, "Иң яҡшы староста" бәйгеһендә Гөлназ тапҡыр яуаптары менән алдынғылыҡты бирмәне.
Конкурс алты этапта үтте. Журналистар "Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?" викторинаһында физика, химия, юридик факультет студенттарына һис һыр бирмәне.
"Таланттар йәрминкәһе"ндә төркөмдөң дөйөм сығышы күрһәтелде. Азамат Мәһәҙиев рэп уҡыһа, Ләйсән Ҡоланбаева моңло итеп йыр һуҙҙы. Шулай уҡ төрлө илдәрҙең бейеүҙәре лә күптәрҙең күңеленә хуш килде.
"Йөрәктән йөрәккә" социаль проекты конкурстың иң яуаплы өлөшө булды. Республика балалар дауаханаһында йөрәктәре сирле балаларҙың кәйефен күтәреү, күңелен күреү өсөн журналистар, уйындар ойоштороп, һабын күбегенән сағыу тамаша күрһәтте.
Уҡыу йылы буйы арымай-талмай ярышҡандан һуң "Иң яҡшы төркөм" Адлер ҡалаһына юллама менән бүләкләнде. Студенттар унда ун көн ял итәсәк.
Гөлфинә МЫРҘАҠАЕВА,
БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты.