Льготаға эйә булыу анһат түгел13.07.2012
Әсәйебеҙгә яңыраҡ 80 йәш тулды. Ошо йәшкә еткән өлкәндәр өсөн льготалар ҡаралғанын ишеттек — пенсияға 1380 һум аҡса өҫтәлә икән.
Яңыраҡ ҡына хаҡлы ялға сыҡҡан апайыбыҙ уны тәрбиәләргә, ярҙам итергә ниәтләй. Айлыҡ компенсацияны уға тәғәйенләү мөмкинме?
Рәсәй Хөкүмәтенең 2007 йылдың 4 июнендәге 343-сө ҡарарына ярашлы, 80 йәшкә еткән өлкәндәрҙе тәрбиәләү буйынса айлыҡ түләүҙәрҙең Рәсәй биләмәһендә йәшәгән эшкә һәләтле, әммә эшләмәүсе кешегә тәғәйенләнеүе мөмкин.
Туғанлыҡ мөнәсәбәттәренең булыу-булмауы һәм оло кеше менән бергә йәшәү-йәшәмәү ҙә әһәмиәткә эйә түгел. “Хеҙмәт пенсиялары тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, апайығыҙ 55 йәште уҙып, хаҡлы ялға сыҡҡан һәм ул эшкә һәләтһеҙ тип иҫәпләнә, тимәк, уға айлыҡ компенсация түләүҙәрен тәғәйенләмәйәсәктәр.


Вернуться назад