Хеҙмәт пенсияһының төрҙәре13.07.2012
Хеҙмәт пенсияһының төрҙәреХеҙмәт пенсияһы — граждандарға пенсия йәшенә етеү йәки инвалидлыҡ һөҙөмтәһендә эшкә һәләтһеҙлек тыуыуға бәйле юғалтылған эш хаҡын йәки башҡа килемдәрҙе, шулай уҡ ғаиләнең эшкә яраҡһыҙ ағзаларына ҡараусыһының үлеменә бәйле юғалтылған эш хаҡын һәм башҡа килемдәрҙе ҡаплау маҡсатында бирелгән айлыҡ аҡсалата түләү.
Хеҙмәт пенсияһы өс төргә бүленә: ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы; инвалидлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы; ҡараусыһын юғалтыу буйынса хеҙмәт пенсияһы.
Ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының страховка һәм тупланма өлөштәрҙән тороуы мөмкин.
Страховка өлөшө 2002 йылдың 1 ғинуарына тиклемге аҡсалата пенсия хоҡуғынан һәм әлеге датанан һуң хеҙмәт хаҡына эш биреүселәр күсергән страховка иғәнәләре суммаһынан барлыҡҡа килә.
Эш биреүсе тарафынан хеҙмәт хаҡына иҫәпләнгән страховка иғәнәләре тураһында мәғлүмәттәр граждандың Рәсәй Пенсия фондындағы шәхси иҫәбендә сағылыш таба.
Тупланма өлөшө 1967 йылғы һәм унан йәшерәк граждандарҙың эш биреүсе тарафынан Пенсия фондына түләнгән страховка иғәнәләре иҫәбенә (хеҙмәт хаҡының 6 проценты күләмендә) барлыҡҡа килә. Хеҙмәткәрҙең йылына 512 мең һумдан артҡан эш хаҡы суммаһына страховка иғәнәләре иҫәпләнмәй. Пенсияның тупланма өлөшө дәүләт менән бергә пенсияны финанслау программаһында ҡатнашҡан граждандарҙың ирекле иғәнәләре иҫәбенә артыуы мөмкин.
Пенсия тупланмаһы йыл да граждан һайлап алған идарасы компания йәки дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды тарафынан инвестициялана.
Ҡануниәткә үҙгәрештәр индергәнгә тиклем 1953 — 1966 йылғы ирҙәрҙең һәм 1957 — 1966 йылғы ҡатын-ҡыҙҙарҙың пенсияларының тупланма өлөшө 2002 — 2004 йылдарҙа формалаша. Бөгөн был аҡса инвестициялана һәм кеше пенсияға сыҡҡас та түләнә башлаясаҡ.


Вернуться назад