Ваҡытынан алда хаҡлы ялға13.07.2012
Ваҡытынан алда хаҡлы ялғаМәшғүллек хеҙмәте органдары эшһеҙ граждандарға пенсияны ваҡытынан алда тәғәйенләй ала. Уның төп шарттары:

- граждандың билдәләнгән тәртиптә эшһеҙ булып танылыуы;
- мәшғүллек хеҙмәте органының эшкә урынлаштырыу мөмкинлеге булмаған осраҡта;
- ойошманы тарҡатыу, хеҙмәткәрҙәр штатын ҡыҫҡартыу менән бәйле эштән бушатылғанда;Ваҡытынан алда хаҡлы ялға- эшһеҙ граждандың страховка стажы ирҙәр өсөн кәм тигәндә — 25, ҡатын-ҡыҙ өсөн 20 йыл булыуы;
- ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһын срогынан алда тәғәйенләүгә хоҡуҡ биргән стажы булыуы;
- граждандың ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләүгә ризалығы.
Ошо шарттар үтәлгәндә, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһына хоҡуҡтар ғәмәлгә ингәнгә тиклем, ике йылдан да иртә булмаған осраҡта, шул иҫәптән льготалы шарттарҙа, эшһеҙҙәргә ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләнә.
Бындай пенсияның күләме ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһыныҡы кеүек үк билдәләнә һәм ул страховкаланғандар өсөн Пенсия фондына күсерелгән страховка иғәнәләренең дөйөм суммаһына, 2002 йылдың 1 ғинуарына тиклемге пенсия күләменә бәйле. Эшһеҙҙәргә ваҡытынан алда тәғәйенләнгән пенсия ла, хеҙмәт пенсиялары кеүек, индексациялана. Ул мөрәжәғәт иткән көндән тәғәйенләнә һәм ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһын, шул иҫәптән льготалы шарттарҙа, ваҡытынан алда хеҙмәт пенсияһын алыуға хоҡуҡ биргән йәшкә еткәнсе түләнә.


Вернуться назад