Һуңғы ваҡытта йәмғиәтебеҙҙә үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙың артыуы, бигерәк тә суицид осраҡтарының йәштәр араһында күп булыуы хәүефкә һала. Эскелек һәм эшһеҙлек кеүек ысын мәғәнәһендә заман афәтенә әйләнә барған был сирҙең хәл итеү юлдарын тиҙ арала табыу зарур. Шунһыҙ элмәккә башын тығыусыларҙы был ҡазанан аралап булмаясаҡ.
Баймаҡ имам-хатиптары, район халҡына мөрәжәғәт итеп, әгәр ҙә кеше үҙ-үҙен үлтереп харам мәрхүм була икән, уны зыяраттан ситтә, айырым урынға ерләргә, уларҙы ҡәҙерләп күмеүҙе һәм аят бағышлауҙы тыйырға тигән ҡарарға килә. Элек-электән ислам дине ҡанундары буйынса, яҡты донъянан үҙ ирке менән киткән кеше тураһында “харам мәрхүм булды” тигәндәр. Был енәйәт иң ҙуры һаналған, зыяратта ерләү тыйылған, ҡәбер урыны ла ситтә булған. Хәҙерге көндә исламдың был ҡағиҙәләре диндарҙар тарафынан теүәл үтәлмәй, мәрхүмдең ата-әсәһе, туғандарының күңелен уйлап, һуңғы юлға оҙатыу дөйөм ҡанундар нигеҙендә атҡарыла. Бөгөн район имам-хатиптары кешеләр фәһем алһын, уйланһын һәм һиҫкәнһен тигән ниәттән, ошондай ҡарар ҡабул итергә мәжбүр.
Суицид ҡылыусыларҙың һанына күҙ һалғанда, ысынлап та, уйланырға урын бар. Мәҫәлән, Баймаҡ районы буйынса 2008 йылда — 50, 2009 йылда —69, 2010 йылда 52 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған. Улар араһында эскесе булмаған, ә, киреһенсә, дәртләнеп тормош көткәндәрҙең, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшөүе, йәки икенсе яртыһының хыянатын күтәрә алмай элмәккә башын тығыуы бигерәк аяныс. Былтыр Күсей ауылында йәшәгән өс бала атаһы, емертеп донъя көткән әзмәүерҙәй сәләмәт ирҙең, ҡатынының хыянатын кисерә алмайынса, үҙ-үҙенә ҡул һалыуы тотош ауылды тетрәндерҙе. Бала саҡтан бергә уйнап үҫкән егеттең шундай аҙымға барыуы йөрәктәрҙе әрнетте. Кемдер эскелектән һәләк булһа, икенселәр үҙҙәре теләп яҡты донъянан ваз кисә. Шунлыҡтан “Донъя тотҡаһы булырлыҡ ир-егеттәребеҙ ҡалырмы?” тигән һорау тыуа. Рухи көсһөҙлөгө йәки ғаилә мөнәсәбәттәренең ҡатмарлашыуы һөҙөмтәһендә, яуапһыҙ мөхәббәт, уҡыуындағы уңышһыҙлыҡ һәм башҡа бәләкәй генә ауырлыҡ арҡаһында шундай аҙымға бара башлай икән, тимәк, уларҙы алдан уйландырырлыҡ һәм һиҫкәндерерлек ҡарарҙар ғына түгел, ә аныҡ эштәр ҙә кәрәк. Бәлки, башын элмәккә тыҡҡансы, бер аҙ ғына булһа ла уйланып, тәүбәгә килер.
Баймаҡ районының имам-хатиптарының ҡарары нигеҙендә, Шүлкә ауылы имам-хатибы Юламан Раев, мәҫәлән, үҙ-үҙенә ҡул һалған егетте ауыл зыяратынан ситкә ерләттереүгә өлгәшкән. Һәр нәмә сағыштырыуҙа күренә тигәндәй, туғандарынан ситтә, зыяраттан айырым бер үҙе етемһерәп ятҡан ҡәберлекте күреп, шомланырҙар һәм фәһем алырҙар, ти диндарҙар. Ысынлап та, уйланырлыҡ, һиҫкәнерлек был ваҡиға.
Ошо йәһәттән район советы секретары Радмир Ишбулатовтың һүҙҙәрен еткереү урынлы булыр:
— 30-40 йыл элек йәмғиәтебеҙҙә үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар осрағы йылына ике-өстән артмағандыр. Уныһы ла ҡаты тикшеренеүҙәр аша үтә торғайны. Хәҙер айына әллә күпме кеше башын элмәккә тыға. Бигерәк тә йәштәребеҙҙең ошо сиргә дусар булыуы хафаландыра. Донъяның матурлығын да тойоп өлгөрмәй, рәхәт-кинәнестәрен дә татымай, ата-әсәләрен мәңгелек һағышҡа һалып, яҡты донъянан китә... Уның өсөн ата-әсәһе күпме йоҡоһоҙ төн үткәргән, күпме сығым түгеп, уны ашатҡан, уҡытҡан, кеше иткән. Ә ул тот та аҫылын, имеш. Ата-әсәһен, туғандарын уйламай эш итеүе күпме уңалмаҫ яраларға килтерә?! Кешене хеҙмәт кенә түгел, ауырлыҡтар ҙа сыныҡтыра, күптәр аҙ ғына мәшәҡәттәр алдында ла бөгөлөп төшөп, еңел юл һайлай. Саҡ ҡына сабыр була белмәү, һәр хәлдән сығыу юлы барлығын иҫәпкә алмаусыларҙың күбеһе ошондай аҙымға барыусан. Бөгөн райондың имам-хатиптары менән берлектә ҡарар ҡабул итеүебеҙ юҡҡа түгел. Быуаттар буйы ислам динендә йәшәп килгән ҡанундарҙы ҡайтанан тергеҙеү, үҙ-үҙенә ҡул һалырға уйлаған ун кешенең берәүһен генә булһа ла һаҡлап ҡалабыҙ икән, тимәк, беҙ маҡсатыбыҙға өлгәшкәнбеҙ.
Был афәттән ҡапыл ғына арынып булмау көн кеүек асыҡ. Әммә сир күпләп инә, аҙлап сыға тигәндәй, берәр-икешәр кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу ҙа ярҙам итә икән, ниңә барлыҡ сараларҙы ла ҡулланып ҡарамаҫҡа?
— Ошондай аҙымға барыуыбыҙҙы ата-әсәләр аңлап ҡабул итергә тейеш, — тип һүҙгә ҡушыла Алтын ҡасабаһы имам-хатибы Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев. — Һәр диндә лә үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар Аллаһы Тәғәләгә ҡаршы барыусы булып иҫәпләнгән һәм уны ҡәҙерләп ерләү тыйылған. Бындай кешеләргә йыназа ғына уҡыла, ә аят бағышлау тыйыла. Шуға күрә ошондай үлемде һайлаусыларға ауыл муллалары аятҡа йөрөмәй икән, бында кемделер ғәйепләү урынһыҙ. Беҙ ниндәйҙер яңы ҡарар ҡабул итмәнек, Ислам динендә ошоғаса булған тәғлимәтте ҡайтанан тормошҡа ашырыу яҡлыбыҙ. Балаларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы ошондай юл менән насар уйҙан, үҙ-үҙен юҡ итеүҙән һаҡлап, ҡурсалап ҡалыу маҡсатында, башланған эшкә күмәкләп тотонайыҡ. Изге китапта яҙылғанса, арағыҙҙа изгелекте саҡырыусы, яманлыҡты тыйыусы бәндәләр күберәк осраһын.
Барлыҡ мосолман халҡы өсөн изге Рамаҙан айында һәр ауыҙ асыу мәжлесендә, Ураҙа байрамында диндарҙарыбыҙ тарафынан изге вәғәздәр һөйләнелеп, ислам дине өсөн “харам үлем”дең ни тиклем ғазап һәм гонаһ булыуы хаҡында еткерелгәндә, һәр кемдең күңеле сафланып, уйҙары таҙарынасағына иманым камил.
Йәшәйешкә ҡарата һәр кемдең үҙ фекере бар. Баймаҡ районы имам-хатиптары әйтеүенсә, киләсәктә ошондай уҡ ҡарарҙы эскелектән һәләк булыусылар араһында ҡулланыу кәрәклеге хәл ителәсәк. Тимәк, Баймаҡ районында үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙы нисек тә һаҡлап ҡалыу йүнәлешендә эш бара.
Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы.
Ғәлиә ӘБДРӘХИМОВА, хажиә, Алтын ҡасабаһы: — Электән үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙы зыяраттан ситтә ерләү йолаһы булған, шуға күрә был күренеште ыңғай баһалайым. Хатта бәләкәй саҡта, ямғыр яумаһа, оло быуын кешеләренең уларҙың ҡәберенә ҡырҡ биҙрә һыу ташып ҡойғандарын күргәнем булды.
Фәнилә ИСҠУЖИНА, Баймаҡ районы:— Бындай ҡарарҙы кешелекһеҙлек һәм бәғерһеҙлек тип атар инем. Иң тәүҙә үҙ-үҙенә ҡул һалыусының туғандары өсөн икеләтә ҡайғы буласаҡ. Берҙән, яҡындарын юғалтыу булһа, икенсенән, һуңғы юлға оҙатҡанда бурыстарын теүәл үтәй алмауҙары ғүмерлек үкенескә әйләнәсәк. Шуға күрә муллаларҙың ундай аҙым яһауҙан алда туғандарының ризалығын һорау кәрәктер, тип уйлайым.