Лайыҡлыларға — ҙур бүләктәр12.07.2012
Лайыҡлыларға — ҙур бүләктәрКисә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Тик улар ябай түгел, ә Рәсәйҙеке! Тәүге тапҡыр илдең “Ата-әсә даны” ордены һәм ошо уҡ ордендың миҙалы Өфөлә бирелде. Әлеге наградаға Башҡортостан ғаиләләре быға тиклем дә лайыҡ булды, әммә уны Мәскәүҙән барып алалар ине.

— Награда тапшырыу — һәр саҡ күңелле, сөнки уларҙы алғандарҙың ысынлап та лайыҡлы икәнлеген беләһең, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн Рәсәйҙә күптән түгел генә барлыҡҡа килгән “Ата-әсә даны” ордены һәм миҙалы бирәбеҙ. Уларҙы алыусы ғаиләләр бар яҡтан да өлгөлө, улар балаларына тәрбиә генә биреп ҡалмай, ә ижади булмышына нигеҙ һала.
“Ата-әсә даны” ордены, Башҡортостанда 1998 йылдан алып тапшырылып килгән “Әсәлек даны” миҙалынан айырмалы, атайҙарға ла бирелә. Орденға Ауырғазы районында йәшәүсе Алексей һәм Вера Ивановойҙар ғаиләһе лайыҡ булды.
Лайыҡлыларға — ҙур бүләктәр“Ата-әсә даны” орденының миҙалын иһә бер юлы биш ғаилә алды. Улар Гөлфиә менән Таһир Ҡунафиндар, Римма менән Мирзаһит Нуретдиновтар, Ольга менән Николай Гавва, Зинаида менән Павел Крыловтар, Надежда менән Владимир Щукиндар ғаиләләре ине. Уларҙың һәр береһендә биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләнә. Әбйәлил районынан килгән Ҡунафиндарҙың ғаиләһендә биш бала, өлкәндәренең барыһы ла юғары белем алған, бәләкәйҙәре лә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Атай кеше “Газсервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалында оҫта булһа, Гөлфиә Фәйзулла ҡыҙы — шәхси эшҡыуар. Улар йәшелсәселек менән шөғөлләнә, ҙур хужалыҡтарында ҡыяр, помидор үҫтерә. Ә Бәләбәй ҡалаһынан Крыловтар ғаиләһе ысын артистар булып сыҡты. Зинаида Тимофеевна халыҡ ансамблендә хормейстер булһа, Павел Николаевич — урыҫ уйын ҡоралдары халыҡ оркестрының дирижеры. Уларҙың балалары ла ата-әсә юлын дауам итә. Хатта ғаилә оркестры ла булдырғандар. Был ғаилә тантанаға йыйылыусыларға бәләкәй генә концерт номеры ла бүләк итте.
Был көндө өлгөлө ғаиләләрҙән тыш, төрлө һөнәр эйәләре лә тәбрикләнде. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы, урмансыһы, машина эшләүсеһе тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Республика клиник онкология диспансерында бүлек мөдире булып эшләүсе Юрий Хризман өсөн был тәүге дәүләт наградаһы түгел. Уның республиканың атҡаҙанған врачы тигән исеме лә бар.
— Табиптарға иң мөһиме — кешеләрҙең һау булыуы. Беҙҙең диспансер эшен үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, еңел түгел, шулай ҙа һуңғы йылдарҙа онкологик сирҙе еңеү осраҡтары күбәйә башланы. Награда иһә тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәргә ҡанат ҡуя, — тине ул.
Өс кешегә “Фажиғәгә тарыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы тапшырылды. Ейәнсура районында йәшәүсе Дамир Бикташев Эйеккә батып үлем хәленә еткән ирҙе сығарған һәм, тәүге ярҙам күрһәтеп, уның ғүмерен һаҡлап ҡалған.
— Уның батыуын ярҙа ултырғанда күреп ҡалдым. Мин йөҙөп барып еткәнсе ир һыу аҫтына киткәйне инде. Бер сумдым — тын етмәне, икенсе сумыуымда барлыҡ көсөмдө һалып күтәреп алып сыҡтым. Әлбиттә, ул саҡта миҙал тураһында уйламайһың, иң мөһиме кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу ине, — ти ул бөгөн тыныс ҡына.
Марат Әхмәтйәнов ике бала һәм бер ҡатынды батып барған автомобилдән сығарған, ә Азат Ғабдрахманов Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан өсөн ошондай уҡ миҙал алды.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад