“Эксима” тышҡы иҡтисади акционерҙар компанияһы бер төркөм инвесторҙар менән берлектә Башҡортостанда сусҡа үрсетеү үҙәге төҙөйәсәк.
Проекттың хаҡы 1 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Өфө селекция-гибрид үҙәгенең генераль директоры Виктор Фрейдин әйтеүенсә, “Газпромбанк” төҙөлөшкә — 700 миллион, “Эксима” — 270 миллион, дәүләт 50 миллион һум аҡса бүләсәк.
Комплекс төҙөлөшөн 2013 йылда тамамлау күҙаллана, 2014 йылда ул эш башлаясаҡ.
— Үҙәк тоҡомло сусҡасылыҡ өлкәһендә эшләйәсәк һәм хужалыҡтарҙы яңы тоҡом менән тәьмин итәсәк, — ти В. Фрейдин.
Комплекс Благовар районында төҙөләсәк. Унда 100 эш урыны булдырыу күҙаллана.
Л. ДӘҮЛИЕВА.