Кубангә — гуманитар ярҙам12.07.2012
Башҡортостанда Краснодар крайында һыу баҫыуҙан зыян күреүселәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә.

Өфө халҡы үҙәк пунктҡа йылы кейем-һалым, аҙыҡ-түлек килтерҙе. Был әйберҙәр генә 20 тоҡтан ашыу тәшкил итә. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты хеҙмәткәрҙәре бер көнлөк эш хаҡын Кубандә зыян күргәндәргә ярҙам йөҙөнән асылған махсус иҫәпкә күсерҙе. Краснодар крайы халҡына ярҙам итергә теләгәндәрҙең барыһы ла аҡсаһын ошо иҫәпкә һала ала.
Краснодар крайында һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә аҡса күсереү өсөн реквизиттар:
БРОФ поддержки Партии “Единая Россия”, ИНН 0274090944, КПП 027401001, р/с 40703810100000000215 в ОАО АКБ “Башкомснаббанк”, БИК 048073842, к/с 30101810800000000842. Назначение платежа: Добровольное пожертвование гражданам, пострадавшим от наводнений в Краснодарском крае в 2012 году. НДС не облагается.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең Йәш Гвардияһы” активистары Краснодар крайы халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам итә. Уның адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17, 101-се бүлмә. Республиканың башҡа ҡалалары һәм райондарҙағы пункттарҙың адресын www.molgvardiarb.ru сайтында табырға мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: 298-52-62.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад