Әлегә янғындар юҡ12.07.2012
Республика Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы көндәрҙә Башҡортостан урмандарында янғын күҙәтелмәй.

Миҙгел башланғандан алып урман фондында 61 янғын теркәлгән. Шуларҙың 19-ына ут менән һаҡһыҙ эш итеү, 16-һына — йәшен, 2-һенә ойошмалар сәбәпсе. 22 янғын сығыуға килтергән хәл-шарттар асыҡлана. Ут ялмап алған дөйөм майҙан — 341,16 гектар. Уны һүндереүгә 1071 кеше һәм 293 берәмек техника йәлеп ителде. Дөйөм зыян күләме 322 мең, һүндереүгә киткән сығым 346 мең һум тәшкил итә.
Әле Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы белгестәре урмандарға ныҡлы күҙәтеү ойошторған.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад