Шишмәләребеҙ саф һыулы булһын12.07.2012
Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итеүенсә, быйыл сифатлы эсәр һыуҙың етмәүе мәсьәләләрен хәл итеү, шишмә эргәһендәге майҙансыҡтарҙы тәртиптә тотоу, халыҡ эскән шишмә һыуының гигиена йәһәтенән хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында республика ҡаҙнаһынан 1 миллион һум аҡса бүленде.

Әле 500 мең һумға дәғүә итеүселәр бар. Шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса эш Ҡариҙел, Көйөргәҙе, Илеш, Шаран һәм Бишбүләк райондарында башҡарыласаҡ.
— Әле министрлыҡ документтар әҙерләй. Уларға ярашлы Шишмә, Учалы һәм Баймаҡ райондарындағы шишмәләр төҙөкләндереләсәк, — тине министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова.
Башҡортостандағы шишмәләр — тәбиғәттең үҙенсәлекле байлығы. Улар ғәйәт ҙур экологик, тарихи-мәҙәни, эстетик һәм рекреациялы әһәмиәткә эйә.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад