Краснодар крайындағы ғәҙәттән тыш хәл бөтөн донъяны тетрәтте. Шуға ла артабан бындай фажиғәгә юл ҡуймау — бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Өфө эргәһендә арзан торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу өсөн уңайлы биләмәләрҙе комплекслы үҙләштереү юлдары бармы? Ошо мәсьәләләргә арналған кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итеүгә йәнә бер тапҡыр туҡталды.
Ул Башҡортостан Хөкүмәтенә төҙөлөш күҙалланған ерҙәрҙе һыу баҫыу хәүефен тикшереү бурысын ҡуйҙы. Һуңғы йылдарҙа Өфө эргәһендә көслө ташҡын булмаһа ла, 40 – 50 йылға бер ғәҙәттән тыш хәл булыуы ихтимал. Шуға күрә Президент һыу баҫҡан ерҙәрҙә төҙөлөш эше башламаҫҡа, дамбалар, башҡа гидротехник ҡоролмаларҙың эшен даими тикшерергә, берәй хәл була ҡалһа, халыҡты иҫкәртеү сараларын алдан хәстәрләргә ҡушты.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин да Краснодар крайындағы хәлдәрҙән һуң яңы кварталдар төҙөлөшөн проектлағанда ташҡын хәүефен иҫәпкә алыуҙың көнүҙәклеген билдәләне:
– Ошо фажиғә миҫалында хәүефһеҙлек сараларына иғтибарҙы көсәйттек. Төҙөләсәк объекттарҙың проекттарын Президентҡа тәҡдим итер алдынан үткәрелгән иҫәп-хисап дөрөҫ булһын өсөн, барыһын да ҡайтанан ҡарап сығасаҡбыҙ.
Л. НУРЕТДИНОВА.