Алдашыу барып сыҡманы12.07.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән “Өфө — Аэропорт” трассаһын төҙөкләндереүҙе туҡтатып торҙо. Сәбәбе — экспертиза барышында юл япмаһын түшәүҙең сифатһыҙ булыуы асыҡланды. Асфальттың ныҡлығы нормаға ҡарағанда 25-30 процентҡа түбәнерәк булған.

— Йыл ярым-ике йыл эсендә бындай юлда тағы соҡор-саҡыр барлыҡҡа киләсәк, уны төҙөкләндереүгә йәнә 400 миллион һум аҡса кәрәк буласаҡ, — тине республика башлығы. — Ике йыл һайын 400-шәр миллион һумды юлға асфальт түшәүгә бүлеү өсөн беҙ бигүк бай түгел. Юл, әгәр мөмкин булһа, ун — ун биш йыл хеҙмәт итергә тейеш.
Президент ҡыҫҡа ваҡыт эсендә асфальт түшәү технологияһын ГОСТ-ҡа ярашлы хәлгә килтерергә ҡушты. Белгестәр әйтеүенсә, битумға юл япмаһының ныҡлығын тәьмин иткән махсус өҫтәмәләр ҡушып еткерелмәгән. Хәҙер подрядсы иҫәбенә яңы асфальт түшәргә, эшкә контролде көсәйтергә кәрәк. Башҡортостан Президенты Өфөлә төҙөлөш һәм юл эштәре сифатына контроль буйынса махсус лаборатория асыу бурысын ҡуйҙы.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров хәбәр итеүенсә, юл япмаһының өҫкө һәм аҫҡы ҡатламдары ГОСТ талаптарына яуап бирмәй. Әле ошо йүнәлештә эш алып барыла.
— Өҫкө ҡатлам ҡырсынташлы асфальт-бетондан яһаласаҡ, тигән ҡарар ҡабул ителде. Бөгөн түбәнге ҡатламға бәйле эш бара. Сифатты артабан да тикшерәсәкбеҙ, — тине Ильяс Мөниров.
Был юлды һалыу подрядсыһы — Өфөнөң “Дортранстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Ул июнь аҙағында ғына юлды капиталь төҙөкләндереү буйынса подряд эшенә аукционда еңеп сыҡҡан.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад