Барыһы ла ҡәнәғәт12.07.2012
Барыһы ла  ҡәнәғәтҺуңғы йылдарҙа халыҡтың матди хәле яҡшырыуы, асфальт юлдар селтәренең киңәйеүе автомобилдәр һанының бермә-бер артыуына килтерҙе. Бөгөн һәр икенсе йә өсөнсө ғаиләнең еңел йәки йөк машинаһы бар тиһәң, һис арттырыу булмаҫ.

Дөрөҫ, бөтә кешенең дә өр-яңы транспорт сараһы алырға хәленән килмәй, шуға ҡулланылышта булғанын һатып алыусылар ҙа етерлек. Ә ундай машиналарҙы йыш ремонтларға, һәр ваҡыт көйләп-ҡарап торорға тура килә.
Мишкәлә автомобиль ремонтлаусы оҫталар байтаҡ. Ҡайһы берҙәре двигатель, йөрөү узелдарын ремонтлаһа, икенселәре кузов төҙәтә, тәгәрмәс алмаштыра. Машиналарҙы тулыһынса йүнәтеү, йәғни бөтә операцияларҙы башҡарыу буйынса иһә өс автосервис махсуслашҡан. Шуларҙың береһе — “Зәйнуллин” шәхси предприятиеһының эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырмаҡсыбыҙ.
“Шиномонтаж” тигән яҙыу эленгән цехҡа үтәбеҙ. Бында төрлө автомобиль тәгәрмәстәренең дискыһын һалдырыу, камераһын алмаштырып, ҡабаттан монтажлау, уға һауа тултырыу эштәрен ярымавтоматтар башҡара. Икенсе станокта иһә тәгәрмәстең әйләнешен көйләйҙәр. Бына шулай һанаулы ғына минут эсендә ватыҡ тәгәрмәстәр йәнә төҙөк хәлгә килә.
— Камераны дисктан үҙең һүтеп, үҙең ямап, монтажлауға тотонһаң, оҙаҡ яфаланырға кәрәк. Ярай ҙа бөтә эшең беренсе тотоноуҙа уҡ дөрөҫ килеп сыҡһа. Ә бит ҡайһы саҡта тәгәрмәсте ике-өс тапҡыр һүтеп йыйырға ла тура килә. Бында иһә бер сәғәт тә үтмәне, шартына килтереп, эшләп тә бирҙеләр, — тине “Калина”һына алғы тәгәрмәс ҡуйҙырыу менән мәшғүл егет.
— Был сервиста хаҡтар ҙа юғары түгел, — тип ҡеүәтләне уны икенсе машина хужаһы. — Үҙегеҙ беләһегеҙ, ауыл ерендәгеләр юғары хеҙмәт хаҡы алмай. Аҡсаһы булған осраҡта ла һәр кем Бөрө ҡалаһына, Өфөгә бармай.
Ауыл үҙәгенән шаҡтай алыҫта урынлашһа ла, автосервис бинаһы алдынан бер ҡараңғынан икенсеһенә ҡәҙәр автотранспорт өҙөлмәй. Ҡайһы ваҡытта хатта сират та барлыҡҡа килә.
Машина йүнәтеү — ваҡыт талап итә торған эш, ә уның яйын, технологик тәртибен самалы белгәндәргә икеләтә ауыр һәм мәшәҡәтле. Юлда бер-бер хәл булғанда, ниндәй ыҙа кисерергә тура килгәнен шоферҙар үҙҙәре генә белә.
Владимир ун биш йыл вахта ысулы менән Себер нефть ятҡылыҡтарында эшләгән. Байтаҡ ҡына аҡса тупларға өлгөргән. 2010 йылда ул буш торған бер бинаны һатып алған. Ремонт цехы заманса станоктар, ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Улар ярҙамында сит ил машиналарын да йүнәтергә мөмкин. Цехта уңайлы эш шарттары булдырылған, ял итеү өсөн мөмкинлектәр бар, бина газ менән йылытыла. Йәнәшәлә генә дүрт машина һыйҙырышлы гараж төҙөлгән. Ремонтҡа килтерелгән йәки сервистан сыҡҡан техниканы ваҡытлыса шунда урынлаштырырға була.
Автосервиста өс кеше эшләй: Альберт Александров, Вениамин Ибашиев һәм Владимирҙың улы Сергей. Һәр береһе техниканы биш бармағылай белә. Зәйнуллиндың бәләкәй улы Максим да хәрби хеҙмәткә алынғансы цехта тырышлыҡ һалған. Ул диагностикалау буйынса яҡшы белгес булып танылған.
— Йыш ҡына ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләргә тура килә, — ти В. Зәйнуллин. — Тырышҡас, һөҙөмтәһе лә бар.
Эшҡыуар һәм уның егеттәре мөрәжәғәт итеүселәргә иғтибарлы, ихтирамлы. Сифатлы хеҙмәтләндерәләр бында. Слесарь-көйләүселәр ҙә төрлө йүнәлештә ярҙам күрһәтә. Шуға ла клиенттар йыш мөрәжәғәт итә. Автосервиста хеҙмәт хаҡы ла яҡшы. Шул уҡ ваҡытта һалым органдары алдында ла йөҙҙәре яҡты. Бында машиналар икенсе “һулыш” ала. Беҙҙең күҙ алдында бер “Газель” ремонт цехынан сыҡты. Машина хужаһының ҡәнәғәт булыуы әллә ҡайҙан күренеп тора ине.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Мишкә районы.


Вернуться назад