Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте12.07.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рафиҡов Рәшит Ғәбделхәй улына, “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Мәсетле юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы Фазлетдинов Илгиз Йосопйән улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе”, Саҡмағош районының “Алға” колхозы-ауыл хужалығы кооперативы тракторсыһы Әхмәҙуллин Мират Хәниф улына, Иглин район ветеринария станцияһы начальнигы урынбаҫары Ғәлиева Рима Миңнулла ҡыҙына, Туймазы районы “Бишенде” йәмғиәтенең һөтсөлөк фермаһы мөдире Ғимаҙетдинова Рәшиҙә Нурмөхәмәт ҡыҙына, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Чижков Михаил Федоровичҡа, Мәләүез районының “Старт” крәҫтиән хужалығы башлығы Шәрипов Илдус Маркс улына, Ейәнсура районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Йәрмөхәмәтов Самат Фирҡәт улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, Дыуан районы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Гладких Дмитрий Леонидовичҡа, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк тау саңғыһы спорты һәм сноуборд клубының өлкән тренер-уҡытыусыһы Михайлов Виктор Николаевичҡа, Стәрлетамаҡ физик культура техникумы уҡытыусыһы Сафин Рәшит Зәбир улына, Краснокама районы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Шәйхетдинов Рәхимйән Ғәлимйән улына, Октябрьский ҡалаһы 4-се профессиональ училищеһының физик тәрбиә етәксеһе Штукерт Владимир Александровичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре”, Рәсәй Пенсия фондының Архангел районындағы идаралығы начальнигы Мостафин Рәфис Ғүмәр улына, Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Теләүбаев Илгиз Сафа улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре”, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты филиалы — Өфө финанс-иҡтисад колледжы директоры Зарипова Илһөйәр Рауил ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы”, “Башсельхозтехника” предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары Ноғаманова Лида Христофоровнаға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде;
Силәбе өлкәһе “Башҡорт ҡоролтайы” йәмәғәт ойошмаһының башҡарма комитеты ағзаһы Хызыров Артур Тимерғәзе улы Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.


Вернуться назад