Һәр ауылдың данын күтәргән, мәртәбәһен арттырған, йәшәйешенә ҡот-йәм өҫтәгән кешеләр була. Йылайыр районының Сәләх ауылында ғүмер итеүсе Таһировтар ҙа — ана шундай уңған, булдыҡлы ғаиләләрҙең береһе.
Йорт хужалары Ҡорманғәле Әбделғәләм улы менән Ғәлиә Кинйәғәле ҡыҙы 44 йыл иңгә-иң терәп, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, терәк булып йәшәй. Ғаилә башлығы үҙе ошо төбәктеке. Армия хеҙмәтенән ҡайтыу менән Сәләх ауылы һылыуы Ғәлиәне яусылаған. Бер аҙҙан йәш ғаилә, йорт һатып алып, үҙ донъяһын ҡорған. Береһе тракторға ултыра, икенсеһе һатыусы булып эшләй. Тиҙҙән көнитмештәренә ҡот-йәм өҫтәп ҡыҙҙары Миңзифа донъяға килә. Ике йылдан Зиләне алып ҡайталар, унан улдары Тәлғәт менән Рәмис тыуа. Шулай итеп, йорттары шаулап-гөрләп торған кескәй дәүләткә әйләнә. Был арала Таһировтар иҫке өй урынына яңыһын күтәрә, ир менән ҡатын эш урындарын да алмаштырырға өлгөрә. Ҡорманғәле Әбделғәләм улы баштараҡ хисапсы, аҙаҡ бригадир була, ә Ғәлиә апай мәҙәниәт өлкәһенә күсә. Артабан ғаилә башлығы бүлексә идарасыһы, совхоздың профсоюз комитеты рәйесе, совхоз директоры, хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр оҙаҡ йылдар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы йөгөн артмаҡлай. Ғәлиә Кинйәғәле ҡыҙы, 30 йылдан ашыу клуб мөдире булараҡ, ауылдаштарын мәҙәни саралар ойоштороп ҡыуандырҙы. Ҡайҙа нисектер, әммә Сәләх ауылы мәҙәниәт усағының буш торғаны, байрамдарҙың күңелһеҙ үткәне юҡ. Бынан тыш, халыҡ йолаларын тергеҙеүгә, онотолоп барған ғөрөф-ғәҙәтте ҡайтарыуға ла тос өлөш индерҙе Ғәлиә Кинйәғәле ҡыҙы. “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Ҡаҙ өмәһе”, “Наурыҙ байрамы” һәм башҡа сараларҙы Сәләхтә башлап нәҡ ул ойошторҙо һәм уларҙы үткәреү матур йолаға әүерелде.
Үткән быуаттың 80-се йылдар башында әбйәлилдәр башланғысы менән барлыҡҡа килгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын районда беренселәрҙән булып сәләхтәр күтәреп алды. Уны тәүләп нәҡ Таһировтар ойоштороп йөрөнө. Бәләкәй генә Сәләх ауылынан ситкә һибелгән, Башҡортостаныбыҙҙа ғына түгел, башҡа тарафтарға ла таралған ауылдаштарҙы осраштырып, әллә күпме кешенең эскерһеҙ рәхмәтенә лайыҡ булды улар! Хәҙер һәр кем тыуған ауылына ашҡынып ҡайта, сөнки уларҙы көтәләр, хөрмәт итәләр.
Ҡорманғәле Әбделғәләм улы Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләгән йылдарҙа Сәләх ауылының төп урамына асфальт түшәтелде, өр-яңы башланғыс мәктәп бинаһы ҡалҡып сыҡты, клубҡа һәйбәт ремонт яһалды. Ошо йылдарҙа ауыл халҡы тулыһынса тиерлек йорттарына тәбиғи газ үткәртте, йәмәғәт биналары ла “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа күсерелде. Йәл, биш саҡрымдағы Йомағужа ауылындағы заманса урта мәктәптә уҡыусы балаларҙың аҙ булыуы сәбәпле, әле Сәләх мәктәбе етемһерәп ҡалды. Ундан ашыу бала Йомағужа мәктәбен “тулыландырырға” мәжбүр. Эргәләге Ҡәнзәфәр башланғыс мәктәбендә лә ошондай уҡ хәл. Ә республикала тиңе булмаған мөһабәт биналы Йомағужа мәктәбе үҙе әле 25 – 30 саҡрымдағы Һабыр урта мәктәбенең филиалы ғына һанала.
Таһировтар икеһе лә хаҡлы ялда, ләкин “мейес башында” ҡырын ятып ял итергә ашыҡмайҙар — элекке хужалыҡ исемендәге сауҙа предприятиеһының буш торған магазины бинаһында шәхси сауҙа нөктәһе астылар. Ғәлиә Кинйәғәле ҡыҙы көноҙоно магазинда ауылдаштарын хеҙмәтләндерә, ә ғаилә башлығы тауарҙарҙың төрлөлөгөн хәстәрләй.
— Магазин улыбыҙ Рәмис исеменә теркәтелгән, әммә унда тотош ғаиләбеҙ менән эшләйбеҙ. Ҡулы буш булһа, киленебеҙ Зөлфирә һатыу итә. Халыҡ ҡәнәғәт кеүек. Ауыл ерендә кешенең кеҫә яғы таҡыр саҡ йыш була, шуға күптәргә бурысҡа биреп торорға ла тура килә, — тип, кешеләр менән һәр саҡ ирәбе аралашҡан Ғәлиә апай уңыштары менән ихлас уртаҡлашты.
Әйткәндәй, Рәмистәре ата-әсәһе менән менән бер ҡыйыҡ аҫтында донъя көтә. Улдары ла үҙҙәре кеүек тырыш. Заманында гөрләп торған, аҙаҡ ташландыҡ хәлдә ҡалған ферманы ҡайтанан тергеҙеп, крәҫтиән-фермер хужалығы булдырып, байтаҡ ауылдашын эш менән тәьмин итә. Яҙғы-көҙгө ҡыҙыу осорҙа ун бишләп, ә йыл әйләнәһенә унлап кеше нәҡ уның хужалығында үҙенә эш таба.
— Үҫмер йылдарымда йәшәүҙең мәғәнәһен бөтөнләй аңламағанмын икән, — тип Рәмис Ҡорманғәле улы фермерлыҡҡа ниндәй юлдар менән килеүе хаҡындағы һорауыма аныҡ яуап бирә. — Атай-әсәй ҡанаты аҫтында, ел-ямғыр теймәй генә үҫелде. Армия хеҙмәтенә алынып, Чечен һуғышындағы ғәрәсәтте күргәс кенә киләсәгем хаҡында ныҡлап уйлана башланым. Хеҙмәттән ҡайтыу менән юғары уҡыу йортона индем, атай-әсәйемдең кәңәшен тотоп, үҙ эшемде асып ебәрҙем. Рәхмәт уларға, әле булһа төп таяныстарым.
Зөлфирә менән Рәмис Таһировтарҙың Уралиә, Арыҫлан исемле йән киҫәктәре үҫеп килә. Йомағужа урта мәктәбе уҡытыусыһы Зөлфирә Рауил ҡыҙы был йортҡа Һабыр ауылынан килен булып төшә. Мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлашып, ваҡыт һынауҙарын үткән мөхәббәттән ҡорола уларҙың ғаиләһе. Бөтмөр килен клуб сәхнәһенең дә бер биҙәге — үксәләренән осҡон сәсрәтер оҫта бейеүсе.
Таһировтарҙың өлкән улдары Тәлғәт хаҡында ла әйтеп китеү урынлы булыр. Ул әсәһенең эшен дауам итә — клуб мөдире. Мәҙәниәт усағына ауыл таланттарын йәлеп итеп, сағыу концерт программалары менән сығыш яһайҙар. Район сәхнәһендә лә үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтергә өлгөрҙөләр. Тамашасылар сәләхтәрҙең ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле, ир-егеттәр квартеты сығыштарын айырыуса яратып ҡаршы ала һәм алҡыштар менән оҙатып ҡала. Егәрле генә түгел, талантлы ла шул сәләхтәр!
Ҡыҙҙары Миңзифа менән Зилә иһә район үҙәгендә төпләнде. Улар ҙа сәнғәт белгестәре: береһе — район мәҙәниәт, икенсеһе балалар ижады йортонда эшләй.
Ҡартатай һәм өләсәй ейән-ейәнсәрҙәренең дә уңыштарына ҡыуана, кәрәк мәлендә кәңәштәре менән дә ярҙам итә.
Ошондай кешеләре барында Сәләх ауылы бөгөнгө күркәмлеген юғалтмаҫ, тағы ла ҙурайып, матурланыр. Юҡҡамы ни ул республика телевидениеһы ойошторған “Матур ауыл” конкурсында призлы урынға лайыҡ булды! Ауылымды йәшәтеүсе, уға ҡот-йәм биреүсе ошо шәхестәр менән дә матур ул.
Мотал РӘМОВ.
Йылайыр районы.