Баймаҡ интернат-мәктәбендә 35 йыл урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән хеҙмәттәшем Мәүжидә Айытҡолова ике йыл элек арабыҙҙан китте. Үҙе янда булмаһа ла, йөрәгебеҙҙә моңо йәшәй.
Мәүжидә Рахманғол ҡыҙына балаларҙы уҡытыу эше аҙ тойола торғайны: күп йылдар мәктәптең профсоюз һәм методик ойошмаларына етәкселек итте. Ул оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡара ине. Халыҡ йырҙарын уҡыусыларына, хеҙмәттәштәренә ихлас өйрәтте. 1982 йылда "Ҡомартҡы" ансамблен төҙөп, уны сит райондарға ла танытты. 2008 йылға тиклем коллективыбыҙ ике тапҡыр халыҡ ансамбле исемен яуланы, тәүгегә үткәрелгән Салауат көндәрендә лауреат булдыҡ. Йыш ҡына үҙ аҡсабыҙға автобус яллап, Өфө ҡалаһында, күрше төбәктәрҙә сығыш яһай торғайныҡ.
Ғәжәп ярҙамсыл йән ине хеҙмәттәшебеҙ. Киң күңелендә барлыҡ туғандарына, дуҫтарына, уҡыусыларына, хатта тәү күргәненә лә урын етерлек булды. Интернат балаларының байтағына һөнәр һайларға, тормошта дөрөҫ юл табырға ярҙам итте. Күптәре урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй, ғалим булып танылғандары ла байтаҡ. Үҙе улы Зөфәрҙе яңғыҙ үҫтерҙе. Ул эшсән, сәләмәт тормош алып бара, оҙаҡ йылдар Баймаҡ ҡойоу-механика заводында токарь булып эшләй.
Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының моңло тауышлы, алсаҡ күңелле ҡыҙына ошо яҙҙа етмеш йәш тулған булыр ине. Был миҙгелдә барлыҡ уҡыусылары, коллегалары һәм "Ҡомартҡы"ның тамашасылары уны, һис шикһеҙ, йылы хистәр менән иҫенә төшөргәндер.
Гөлсара ЙӘНТҮРИНА,
Рәсәйҙең мәғариф отличнигы.
Баймаҡ ҡалаһы.