Өфөлә һирәк осрай торған генетик сирле балалар өсөн шыршы байрамы үткәрелә27.11.2026

Мәсьәлә Росздравнадзор ҡарамағындағы Пациенттарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт ойошмалары советында тикшерелде.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Өфөлә һирәк осрай торған генетик сирҙән яфаланған балалар өсөн яңы йыл байрамына әҙерлек тикшерелде. Росздравнадзор ҡарамағындағы Пациенттарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт ойошмалары советы менән осрашыуҙа билдәле булыуынса, быйыл байрам Ҡурсаҡ театрында ойошторола.

Сарала БР хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев ҡатнашты. Бөгөнгә Башҡортостанда 786 меңдән ашыу кеше льготалы дарыуҙар алыу хоҡуғына эйә, тип билдәләне ул. Йыл башынан 268 мең пациент тейешле препараттар, медицина изделиелары һәм дауалау туҡланыуы алған.

Ҡатнашыусылар 2025 йылдың башында Советтың тәүге осрашыуы льготалы дарыуҙар тәьмин итеүгә бәйле ҡатмарлы шарттарҙа үтеүен билдәләне. Бөгөн хәл яҡшырһа ла, әле башҡараһы эштәр байтаҡ.

Шулай уҡ осрашыуҙа һирәк һәм хроник сирле пациенттарҙың проблемалары, дарыуҙар тәьминәте һәм табип комиссияларының эше тикшерелде. Неврологик сирле пациенттар өсөн мини-футбол буйынса турнир үткәреү тураһында ла һүҙ барҙы.

Пациенттарҙың һорауҙары иғтибарһыҙ ҡалмауы, килеп тыуған проблемаларҙың ваҡытында хәл ителеүе мөһим, тип билдәләнәе ҡатнашыусылар.



Вернуться назад