Өфө – Инйәр – Белорет трассаһы участкаһында хәрәкәт сикләнде

Өфө – Инйәр – Белорет трассаһында (Архангел, Белорет райондарында, 67-204-се километрҙа) йөк машиналары һәм пассажир транспорты өсөн хәрәкәт сикләнде.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быға һауа торошоноң боҙолоуы – ҡар, епшек ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы сәбәпсе.
Юл 28 ноябргә иртәнге сәғәт 8-гә тиклем ябылды.