Өфөнән Мәскәүгә авиарейстар һаны арта

29 ноябрҙән Nordwind Airlines авиакомпанияһы Өфөнән Мәскәүгә (Шереметьево аэропорты) даими осоштар программаһын аса.
«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан хәбәр итеүҙәренсә, осоштар Boeing 737-800 йәки Boeing 737-900 самолеттарында башҡарыла.
«Рейстар – аҙнаһына өс тапҡыр. Осоуға 2 сәғәт 10 минут ваҡыт китә», — тип белдерҙеләр Өфө аэропортында.