Башҡортостанда ҡыш етте.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ҡайһы бер райондарҙа буран, юлдарҙа боҙлауыҡ, урыны менән көрт һалыуы мөмкин. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -1, -6°.
Шәмбе, 28 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы тиклем, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -5, -10°, көндөҙ -1, -6°.
Йәкшәмбе, 29 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13°, аяҙытҡанда -18°, көндөҙ -4, -9°.