Башҡортостанда 38 торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекты яңыртылды

Дүрт йыл эсендә Волга буйы федераль округында Милли именлек фонды аҡсаһына 639 торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекты һәм 629 километрҙан ашыу инженер селтәрҙәре яңыртылды.
Башҡортостанда 38 объект яңырыу кисерҙе — был округтың башҡа төбәктәренә ҡарағанда күберәк, тип хәбәр итә Биләмәләрҙе үҫтереү фондының матбуғат хеҙмәте. Сағыштырыу өсөн: Пермь крайында — 25, Түбәнге Новгород өлкәһендә — 24.
Республикала 21 ҡаҙанлыҡ, һигеҙ автономиялы йылылыҡ сығанағы, насос станциялары, таҙартыу ҡоролмалары, шулай уҡ Үрге Тәтешле ауылында һыу алыу ҡоролмаһы һәм таҙа һыу резервуары эшләй башланы. Яңы селтәрҙәрҙең оҙонлоғо буйынса ла Башҡортостан алда бара — 153,7 километр.
Милли именлек фонды аҡсаһы иҫәбенә коммуналь хужалыҡты модернизациялау программаһы өсөн Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы яуап бирә, оператор – Биләмәләрҙе үҫтереү фонды.