Туймазы районына БПЛА һөжүм иткән26.11.2026

Туймазы районына БПЛА һөжүм иткән

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Республикала пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме кире ҡағылған. Был хаҡта Туймазы районы хакимиәте башлығы Булат Мусин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, БПЛА-ның өлөштәре сәнәғәт зонаһы территорияһына төшкән.

«Янғын сыҡҡан, урында бөтә хеҙмәттәр эшләй. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ», — тип хәбәр итте ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн иртән Башҡортостанда «БПЛА хәүефе» режимы ителгәйне. 



Вернуться назад