Башҡортостандың Туймазы районына БПЛА һөжүм иткән

Республикала пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме кире ҡағылған. Был хаҡта Туймазы районы хакимиәте башлығы Булат Мусин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, БПЛА-ның өлөштәре сәнәғәт зонаһы территорияһына төшкән.
«Янғын сыҡҡан, урында бөтә хеҙмәттәр эшләй. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ», — тип хәбәр итте ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн иртән Башҡортостанда «БПЛА хәүефе» режимы ителгәйне.