Өфөнөң почетлы граждандары өсөн автобустарҙа йөрөү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе26.11.2026

Өфөнөң почетлы граждандары өсөн автобустарҙа йөрөү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Ҡала советы депутаттары Өфөнөң почетлы граждандары өсөн йәмәғәт транспортында йөрөүҙең яңы ҡағиҙәләрен раҫланы. Әлеге үҙгәрештәр Башҡортостанда берҙәм социаль юл йөрөү билеты системаһына яңылыҡтар индереүгә бәйле. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 ноябрҙән берҙәм социаль юл йөрөү билеты 600 һумдан 1200 һумға тиклем ҡиммәтләнде. Уның буйынса айына 60 тапҡыр йөрөргә мөмкин (бығаса 90 ине). Тимәк, был ҡағиҙәләр Өфөнөң почетлы граждандарына ла ҡағыла.

Депутат Игорь Нуйкин үҙенең докладында билдәләүенсә, 2027 йылға 17 берҙәм юл йөрөү билеты өсөн компенсация суммаһы 244,8 мең һум була. Аҡсаны ҡала советы «Совет эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса» сығымдар статьяһына ярашлы бүлә.



Вернуться назад