Был саралар ваҡытлыса.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 25 ноябрҙә М-5 «Урал» Мәскәү — Рязань — Пенза — Һамар — Өфө — Силәбе трассаһының ике участкаһында йөк машиналары, шулай уҡ ҡала яны һәм ҡала-ара маршруттарҙа пассажирҙар ташыусы автобустар һәм маршрут таксиҙары өсөн хәрәкәтте сикләү индерелә.
Ваҡытлыса сикләү урындағы ваҡыт менән көндөҙгө сәғәт 4-тән — 1494-1548-се, киске 6-нан 1548-1779-сы километрында ғәмәлдә була.