Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне25.11.2026

Редакция ҡарамағында ошондай документ бар.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Ауыл хужалығы өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитовҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Ошондай уҡ исемгә «Башҡортостан бройлеры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең производство буйынса директоры Надежда Спичка лайыҡ булды.

Аҙыҡ-түлек индустрияһы өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Мәләүез һөт-консерва комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры Евгений Снеговҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.



Вернуться назад